Башҡортостандың Тәфтиш комитеты Зөлфиә Мырҙабаеваның Бөрйән районында "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте машинаһында вафат булыу осрағы буйынса енәйәт эше асҡан. Был ваҡиға 2018 йылдың аҙағында була. Миокард инфаркты кисергән ҡатын "Ашығыс ярҙам" машинаһында Белорет үҙәк дауаханаһына илткәндә вафат була.
Зөлфиәнең яҡындары йыл буйына ғәҙеллек өсөн көрәшә, фельдшерҙарға бары шелтә биреү менән генә сикләнеүҙәренә риза түгел. Әле енәйәт эшен һаҡһыҙлыҡ буйынса үлемгә килтереү статьяһы буйынса асҡандар.
- Медицина ярҙамы күрһәткәндә ебәрелгән кәмселектәрҙе асыҡлау өсөн комплекслы суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, хәлде тулыһынса тикшереү өсөн өҫтәмә документтар талап ителгән, медицина персоналы һәм башҡа шаһиттарҙан һорау алыу ойошторола, - тип хәбәр иттеләр Тәфтиш комитетында.
Зөлфиәнең улы Динис Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесенән тикшереү эшен үҙенең шәхси контроленә алыуҙы һораған. Егет - үҙе лә "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте фельдшеры. Өҫтәүенә ғаиләлә уның церебраль фалижға дусар ҡустыһы булыуы, шул арҡала атаһының эшкә сыға алмауы тормоштарын ныҡ ҡатмарландырған, тип хәбәр итә Ufа1.ru порталы.