Йәмғиәт
11 Февраля 2020, 09:30

Хыялға илткән юлдарҙан...

Исмаҡай ауылы – күккә ашҡан Бишитәк тауы итәгендә, таҫмалай һуҙылып аҡҡан Әүжән, Ҡурғашлы йылғаларының ике ярында урынлашҡан һоҡланып та туймаҫлыҡ матур тәбиғәтле ауыл.

Исмаҡай ауылы – күккә ашҡан Бишитәк тауы итәгендә, таҫмалай һуҙылып аҡҡан Әүжән, Ҡурғашлы йылғаларының ике ярында урынлашҡан һоҡланып та туймаҫлыҡ матур тәбиғәтле ауыл.


Ауылдашыбыҙ яҙыусы-романсы Яныбай Хаммат улы Хамматовтың һүҙҙәрен күпме ҡабат­лаһаң да ялҡытмай, шуны иҫбатлай: “Бигерәк тә йәмле шул был тирә! Ҡарайһың – күреп танһығың ҡанмай. Тыңлайһың – тыңлап туя алмайһың. Ниҙәр генә юҡ был яҡтарҙа!” Бик тә дөрөҫ, тәрән мәғәнәле һүҙҙәре менән Яныбай Хамматов бөгөн дә беҙҙең арала. Кемдәр генә, ҡайҙан ғына килмәйҙәр хөрмәтле ауылдашы­быҙҙың тыуған ауылына.


Сираттағы ҡунағыбыҙ “Хыял” программаһы менән килгән “Хәсән” йыр студияһы булды. Эйе, хыялдың сиге юҡ. Был уй-ниәттәр кешегә дөрөҫ юл күрһәтә, киләсәккә өмөт менән йәшәргә ярҙам итә. Тик хыялланып ҡына ултырыу ҙа дөрөҫ түгел, изге уй-ниәттәрҙе бойомға ашырыу зарур.


“Телевизорҙан күреп, шул тиклем яраттым һеҙҙе. Зилә менән Хәсәнде яҡындан күрергә кәрәк ине, тигән хыялым бар ине. Һеҙҙең ниндәй хыялдарығыҙ бар?” – тип ҡыуандырҙы артис­тарҙы Зәйнәп Ғәли ҡыҙы Иҙрисова.


“Тап ошо хыял һеҙгә илтте лә инде. Һанай китһәң, ниндәй генә уй-ниәт булмай кешелә. Ә минең хыялым атайым Хәжиәхмәт Ғәлиәхмәт улы Усмановтың иң яратҡан яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың ауылын, халҡын күреү ине. Атайым инде гүр эйәһе, ғүмеренең һуңғы биш йыллап ҡәҙерле миҙгелдәре беҙҙә үтте һәм ул тик Яныбай Хамматовтың романдарын уҡыны. Яратып, ҡабат-ҡабат уҡыны. Бөгөн ҡатыным Зилә Рәхимйән ҡыҙы менән ошо хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырырға булдыҡ”, – тине Хәсән Хәжиәхмәт улы.


Бер ғаиләнең, ир һәм ҡатындың, тормошта булған ваҡиғаларҙы йыр, көләмәстәр һөйләп, шул уҡ ваҡытта тамашасылар менән аралашып алып барған концерты бик йәнле барҙы.


Әсә, Башҡортостан, тыуған ауыл, матур тә­биғәт, мөхәббәт тураһындағы йырҙар йөрәкте елкендерһә, бәхетһеҙ ҡатын-ҡыҙ яҙмышы тураһындағылары (“Ҡар өҫтөндәге усаҡ”, “Мәрйәмем минең”) күңелде болоҡһотто. Дәррәү ҡул сабыуҙар тынманы, бейеп китеүселәр ҙә булды. Уйын-көлкө менән ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.


Шул арала Хәсән Усманов 20-30 йыл элек яратып башҡарған йырҙарын да тамашасыға еткерҙе. “Күңелендә һаҡланған һинд киноларын­дағы йәш, һомғол актерҙар кеүек көслө булғы, матур йырлағы килә торғайны”, – тип Радж Капурҙың йырын йырлап ҡыуандырҙы тамашасыны.


Өфө ҡалаһының “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солисы Венер Мәжит улы Ҡолдәүләтов “Бөрйән егеттәре”, “Татар бейеүе”, “Кавказ бейеүе” бейеүҙәрен башҡарып, тамашасыны әсир итте. Бик оҫта бейеүсе, ҡул-аяҡтарына күҙ эйәрмәй, сәхнәлә осоп йөрөгәндәй тойолдо. Был матурлыҡты ябай тел менән яҙып аңлатырлыҡ түгел, “Афарин!” тиергә генә ҡала.


Хәҙер оҫта артистар сәхнә биҙәлешенә, матурлығына айырыуса иғтибар бирә, яҡтырт­ҡыстар, лазер кеүек заманса алымдар ҡуллана. Килешле, сағыу костюмдар кейгән, дәрте ташып торған артистарҙың һоҡланғыс тамашаһынан бик ҡыуанып таралыштылар. Халҡыбыҙҙың күңелен йыр-моңға байытҡан ошондай дәртле, рухлы артистарыбыҙға бәхетле ғүмер насип булһын, йондоҙло сәхнә тормошо теләйбеҙ уларға.


Белорет районы.


Фото: infourok.ru
Читайте нас