Билдәле блогер, десантик һәм спортсы Рөстәм Нәбиев яңыраҡ ҡына икенсегә атай булып ҡыуанғайны. Бөгөн иһә ул Варшава ҡалаһында йөрөп ята. Ни өсөнмө? Был турала ул социаль селтәрҙәрҙә яҙа.
Рөстәм Варшаваға АҠШ-ҡа барыр өсөн виза алырға тип юлланған икән. Виза алыуға өлгәшкән саҡта ул Америкаға барып, реабилитация үтә һәм яңы уңайлы, ауырттырмаған протездар ҡуйҙырасаҡ. Уны апрелдә Оклохома штатына саҡырғандар. Әйткәндәй, реабилитация бушлай буласаҡ.
Кисә ул консуллыҡта һөйләшеү үткән. Уны сығып ҡаршы алғандар, кеше күп булһа ла сиратһыҙ үткәргәндәр. Күп төрлө һорауҙар биргәндәр. Мәҫәлән, ул ғинуарҙа Ҡытайҙа булғанмы? Нисек итеп аяғын юғалтҡаны тураһында ҡыҙыҡһынғандар. Хәрби йәрәхәт тигәс, Чечняла йәки Украинала, Кавказда булғанмы тип һорашҡандар. Шулай уҡ ғаиләһе, балалары, нисек аҡса эшләүе, инстаграм тураһында белешкәндәр. АҠШ-ҡа барыу маҡсаты менән дә ҡыҙыҡһынғандар. Быларҙың барыһы биш минут дауам иткән.
Визаны өс-биш көн эсендә бирәләр, ҡайһы саҡта иртәрәк тә булыуы ихтимал. Әле Рөстәм сайт аша тикшереп күҙәтеп бара.
Виза алып, ул апрелдә Америкаға осор, яңы уңайлы протезлы булыр һәм үҙаллы йөрөй башлар тип ышанабыҙ. Уңыштар һиңә Рөстәм!