Тап ошо сәбәпле, Иглиндә өс ғаилә торлаҡһыҙ тороп ҡалған тип күҙаллана. Кешеләрҙе “ҡыҙыл әтәс” ялмап алған йорттан алып сығырға һәм утты һүндерешергә янғын һүндереүселәр һәм күршеләр – ағалы-ҡустылы Анисимовтар – ярҙам иткән. Улар утҡа яҡын-тирәләге ҡоролмаларға күсергә мөмкинлек бирмәгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мария Головина янған йорттан этен, бесәйен алып сыға алмаған, сөнки дөрләгән ут һөҙөмтәһендә ишекте асыу мөмкинлеге булмаған. “Әсәйемә барып килһәк, ут ялмаған йорттоң ишеген аса алманым, ә унда этем менән бесәйем ҡалғайны. Бар нәмә шартлап яна ине. Ишекте асып ҡараным, тик бер нәмә килеп сыҡманы”, – ти ҡатын.
Ейәне лә төндә хәҙер йүнләп йоҡлай алмай икән. “Төшөндә шул янғынды күрә ул”, – ти өләсәй.
Бер сәғәт эсендә янып көлгә әйләнгән бина өс ғаилә өсөн өй булған. Күп фатирлы йортта кисә ете тирәһендә ут сыҡҡан. Ә был ваҡытта бында йәшәүселәр йоҡламаған, кемдер – эштән, кемдер балалар баҡсаһынан ҡайтып етмәгән. Мария Григорьевнаны иһә Анисимовтар ҡотҡарған.
Бәлә-ҡазаның ҡасан һәм ҡайҙа һағалауын алдан әйтеп булмай, тик барыбер һаҡланғанды һаҡлармын тигән Хоҙай. Шуға ут менән эш иткәндә абайлыҡ кәрәк.