Йәмғиәт
12 Февраля 2020, 07:59

Алға, Башҡортостан!

Мин, 72 йәшлек мәғариф ветераны, гәзит-журналдар, радио-телевидение аша республика тормошо, Башҡортостан Башлығының һәм Хөкүмәтенең эшмәкәрлеге менән танышып барам.

Мин, 72 йәшлек мәғариф ветераны, гәзит-журналдар, радио-телевидение аша республика тормошо, Башҡортостан Башлығының һәм Хөкүмәтенең эшмәкәрлеге менән танышып барам.


Былтыр сентябрь айында беҙ киләһе биш йылда республикабыҙ яҙмышын хәл итәсәк, төбәгебеҙҙе үҫтереү, халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн яуаплы буласаҡ етәксене һайланыҡ. Күпселек тауыш менән был вазифаға Радий Фәрит улы Хәбировты лайыҡлы тип таптыҡ.
Ул республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булараҡ та быға тиклем хыял ғына булған күпселек эштәргә ең һыҙғанып тотонғайны. Әле лә уның изге уй-ниәттәрен, ҡыйыу башланғыстарын халыҡ күреп тора. Бәлки, ҡайһы бер эштәр тиҙ генә емешен бирмәҫ, сөнки улар оҙайлы хеҙмәт талап итә.
Шулай уҡ Радий Фәрит улының власть менән халыҡ араһындағы бюрократик алымдарҙы юҡҡа сығарыу, властың ябай кешеләр өсөн асыҡ булыуын тәьмин итеү йәһәтенән алып барған эшмәкәрлеге, үҙенең дә социаль селтәрҙәрҙә һәр кем өсөн асыҡлығы хуплауға лайыҡ.
Ул беҙҙең ышанысты халыҡҡа күрһәткән мөнәсәбәте, талапсанлығы, эшсәнлеге менән яуланы. Хоҙай уға һаулыҡ, ныҡлы ихтыяр көсө бирһен. Уның һүҙҙәре менән әйткәнсә, Башҡорт­ос­таныбыҙ һәр ваҡыт алға барһын!

Учалы районы.
Читайте нас