Йәмғиәт
12 Февраля 2020, 07:00

Айҙар Ғәлимов бәхетле...

«Мин бик бәхетле кеше! Ошо көндәргә тиклем мин «улым», тип өндәшкән яғымлы тауышты, иңдәремә ҡағылған ҡулдарҙы, әсәләргә генә хас һөйөү тулы күҙ ҡараштарын тоям. Ижад юлымда ла минең иң ғәҙел тәнҡитсем – әсәйем".

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов ошо көндәрҙә үҙенең һөйөнөслө хәбәре менән инстаграмда уҡыусылары менән уртаҡлашты: уның яратҡан әсәһенә 80 йәш тулған икән.

«Мин бик бәхетле кеше! Ошо көндәргә тиклем мин «улым», тип өндәшкән яғымлы тауышты, иңдәремә ҡағылған ҡулдарҙы, әсәләргә генә хас һөйөү тулы күҙ ҡараштарын тоям. Ижад юлымда ла минең иң ғәҙел тәнҡитсем – әсәйем. Йыр тексы булһынмы, концерт программаһымы, уның һәр нәмәгә үҙ баһаһы, үҙ кәңәше бар. Һәм мин, әлбиттә, ҡәҙерле кешемдең һәр әйткән һүҙенә ҡолаҡ һалырға тырышам...», – ошо эскерһеҙ һүҙҙәр менән йырсы әсәһен ҡотлай.

Ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ, Айҙар Ғәлимовтың әсәһен ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ! Яҡын кешеләрегеҙҙе оҙаҡ йылдар һөйөндөрөргә яҙһын, һау-сәләмәт булығыҙ.
Читайте нас