Йәмғиәт
13 Февраля 2020, 17:05

Юлбаҫар 950 һумды эләктереп ҡасҡан

Туҡмай башлағас, тегеһенең кеҫәһенән аҡса төргәге килеп төшә...

Оло юлға сыҡһаң, тыныс ҡына барыр урынға, мөнәсәбәт асыҡлауҙар йышайҙы: юл бирмәй, бер-береһенең алдына сығыуҙар, уҙышыуҙар. Шунан китә инде енләнеү, һүгенеп әрләшеү, хатта һуғышыу...

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Өфө егете юлын ҡыйған водитель менән мөнәсәбәт асыҡлаған, ул ғына ла түгел, бер миллион һумға яҡын аҡсаһын да алып ҡасҡан. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Тәфтишселәр асыҡлауынса, былтыр ноябрҙә 23 йәшлек Өфө егетенең иномаркала юлын ҡыйып, алдына сығыусыға асыуы ҡабара һәм ул водителен "уҡытып" алыу маҡсатында артынан эйәрә. Машинанан сыҡҡанын көтөп тороп, эргәһенә йүгереп бара һәм туҡмай башлай. Шул мәлдә тегеһенең кеҫәһенән аҡса төргәге килеп төшә, һәм егет уны эләктереп ҡасып китә. Әммә шуныһы: енәйәт урынында телефонын төшөрөп ҡалдыра, шуның буйынса бурҙың эҙенә төшәләр ҙә инде. Төргәктә 950 мең һум ятҡан була, егет был аҡсаны үҙ мәнфәғәтендә туҙҙырып бөтә.

Әле юлбаҫарға ҡарата енәйәт эше асылған, ул ҡулға алынған, тикшереү бара.

Фото: pixabay.com
Читайте нас