Йәмғиәт
14 Февраля 2020, 14:09

Бәлә алдан әйтеп ишек ҡаҡмай

“Гөрләтеп йәшәйәсәкмен әле...”

Ләйсән (исеме үҙгәртеп алынды) – күптәнге танышым. Ҡояш кеүек балҡып торған ихлас, итәғәтле, алсаҡ булмышлы ҡатын булараҡ беләм уны. Тормош юлында теге йәки был сәбәптәр буйынса осрашырға тура килгәндә, нисек кенә булмаһын, зарланып йә көйөп ултырғанын хәтерләмәйем. Ә балалары өсөн ниндәй өҙөлөп торған әсә ул!


Бәләкәсерәк саҡтарында, йыш сирләгән осорҙарында, уларҙың сәләмәтлеге һәм именлеге өсөн бихисап көс сарыф иткәнен, ғәзиздәрен төрлө яҡлап нығытырға, һәләттәрен үҫтерергә тырышҡанын да беләм. Ире менән матур итеп ғаилә ҡорғас, ҡәҙимге матди ауырлыҡтарҙы ла кисерергә тура килде, әммә тырышлыҡ­тары, уңғанлыҡтары арҡаһында фатирлы ла булдылар, эшендә лә барыһы ла тотороҡло бара ине.


“Был тамуҡты үткәйнек...”


Ләйсәндең ҡапыл ғына сирләп кит­кәненә тәүҙә бер аҙ ышанмайыраҡ тор­ҙоҡ. Кем-кем, сәләмәт тормош рәүеше алып барған, һәр саҡ күтәренке кәйеф-торошта булған ҡатындың яман шеш тоҙағына эләгеүе бик тә аяныслы хәл булды. Ошо йыл эсендә нимә кисергәнен һәм күргәнен үҙе генә белә, әммә ул гәзит уҡыусыларға ла ҡайһы бер уйҙарын еткерергә тартынманы. Бәлә бер ваҡытта ла бер кемгә лә алдан әйтеп ишек ҡаҡмай – Ләйсәндең яҙмышы ошо хәҡиҡәтте тағы берҙе раҫлай.

“Бындай тамуҡты беҙ бер тапҡыр үткәйнек кеүек тойолғайны. “Беҙ” тигәнем – туғандарым, яҡындарым. Ә тамуҡ тип уйлағаным упҡын ситенән үтеп китеү генә булған икән...
Бынан ун йыл элек бер туған апайыма ҡурҡыныс диагноз ҡуйҙылар: күкрәк биҙендә яман шеш. Гөрләтеп йәшәп ятҡанда, балалар үҫтергәндә, киләсәккә пландар ҡорғанда был хәбәр аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тойолдо. Уның менән бергә беҙ ҙә, бер туғандар, бигерәк тә оло йәштәге әсәйебеҙ янып-көйҙө, әммә ҡул ҡаушырып, илашып ултырырға ваҡыт юҡ ине: сир шундай аяуһыҙ, ул кисек­тереүҙе ғәфү итмәй, кешене үҙ ҡосағына һурғандан-һура бара.
Тик аяуһыҙыраҡ һынауҙар алда булған икән. Бынан теүәл бер йыл элек, мунса инеп сыҡҡас, тәнемдә осраҡлы рәүештә генә ниндәйҙер шештәр бар­лығын аңғарып ҡалдым. Күңелдә шик тыуҙы, әммә тота килеп иртәгә үк табипҡа йүгереп булмай ине: йыл аҙағы, эштә проблемалар хаттин ашҡан, тамамлайһы отчеттар бар...
Шулай ҙа тыныслыҡ таба алманым. Поликлиника, дауахана юлын тапай баш­ланым. Анализдар күп, тегеһе-бы­ныһы... Яңы йыл алды: балаларым байрам көтә, ауылға, әсәй янына ҡайтып ки­лергә лә ниәтләнгәйнек. Әммә табип­тар­ҙың диагнозы хыялдарҙы ғына түгел, то­тош тормош ағышын бер секундта баш­түбән әйләндерҙе лә ҡуйҙы: һеҙҙә яман шеш, кисекмәҫтән операция яһарға кәрәк.
Ни эшләргә? Бар ғаләм байрам ит­кәндә аяуһыҙ диагноз менән күҙмә-күҙ ҡарашып торҙоҡ та ҡалдыҡ. Иремә рәхмәт – бер минутҡа ла эргәмдән кит­мәне, балаларҙы хәстәрләүҙе лә тулыһын­са үҙ өҫтөнә алды, сөнки башым тын­ғыһыҙ уйҙарға тулды, ҡанаттар һынды, донъя бар йәмен юғалтты.
Яңы йыл байрамдарында дауаханалар эшләмәй, шулай ҙа миңә 4 ғинуарҙа килергә ҡуштылар. Ошоға тиклем беҙҙе өҙөлөп көткән оло йәштәге әсәйемде күреп киләһем бар ине. Был да бер оло һынау булды. Йөрәк һулҡылдап торһа ла, уға дөрөҫөн әйтергә телем әйләнмәне.


Ҡайҙан көс табырға?


Ғинуар тулыһынса операцияға әҙерлек менән үтте. Әммә иң тәүҙә күңел тыныс­лығы табырға, сиргә ҡаршы көрәшерлек көс тупларға кәрәк ине. Бер кис ирем мине мәсеткә алып китте. Унда оҙаҡ булдыҡ, муллалар ете ясин уҡыны. Рухи таҙарыныу мәле тип атарға була ул кисте. Бер нисә сәғәттән мин яңырып, хатта бөтөнләй икенсе кеше булып сыҡтым. Күҙем асылды, алға ынтылырлыҡ ғәйрәт тойҙом. Хәҙер аңлайым: кеше иң тәүҙә теләһә ниндәй хәл-ваҡиғаны – насармы ул, шатлыҡлымы – нисек бар шулай ҡабул итергә, унан һуң ғына артабанғы аҙымды яһарға тейеш.
...Миңә бик күп кеше ярҙам ҡулы һуҙҙы. Таныштар, таныш булмағандар. Дуҫтар, туғандар тураһында әйтеп тә тормайым, әммә көтөлмәгән, бөтөнләй өмөтләнмәгән яҡтан да хәстәр һәм ярҙам тойоу тағы ла көс өҫтәне. Хеҙмәттәштә­ремә рәхмәт – уларҙың да иғтибары күп булды. Һүҙ матди ярҙам хаҡында ғына бармай: кемдер тәжрибәле табипҡа барырға, кемдер анализдар үтергә бу­лышлыҡ итте. Эштән дә китмәнем – аҙаҡҡаса отчеттар, башҡа мәшәҡәттәрҙе теүәлләү менән булдым.

Онкология сирҙәрен бәғзеләр эпиде­мияға тиңләй. Ниндәйҙер кимәлдә килешәм, сөнки дауаханала ошо сиргә дусар йәштәр ҙә, ололар ҙа бихисап. Шун­дай бер үҙенсәлекле асыш та яһа­ным: яман шеш сиренә дусар булған хәлдә лә, диагнозын яҡындарынан, дуҫтарынан, хеҙмәттәштәренән йәшереп, ауыр кисерештәрен үҙ эсендә генә ҡалдырып йәшәгәндәр ҙә бар. Бының мәғәнәһен күрмәйем – һорап алған сирме ни ул? Уның нимәһен йәшерәһең? Кире­һенсә, әгәр эргәмдә теләктәш кешеләр булмаһа, ҡанаттарым күптән талыр ине. Аралашыу ҙа дауа.
Тормошом йүнәлешен ҡырҡа үҙгәрт­кәс, күп кенә ғәмәлдәргә башҡаса күҙ­лектән ҡараным. Элек мауығып яңы­лыҡтар уҡыһам, хәҙер интернетҡа инмәҫкә тырышам, бигерәк тә онколо­гияға бәйле яҙмаларҙы урап үтәм. Эйе, мин көрәш юлында, еңел түгел, өмөтөм дә ныҡ. Шул уҡ ваҡытта барыһы ла Аллаһ Тәғәлә ҡулында икәнлегенә инанам. Барыһы ла был тормошта насип булғанды кисерә, яҙған тиклем йәшәй.
Уйланып, көйөп киткән саҡтарым да була. Ни тиһәң дә, әле нығынмаған балаларым, яратҡан ирем, яҡындарым, ҡорған донъям бар. Әммә ауыр уйҙарҙан шунда уҡ арынырға тырышам һәм донъяуи мәшәҡәттәргә күмеләм. Әйткәндәй, бер йыл дауалау курсы үткәндән һуң, эшкә сыҡтым. Операциянан һуңғы ауыр мәлдәрҙә, хатта ҡабат-ҡабат химия терапияһы үткән ваҡыттарҙа ла өйҙәге эштәрҙе үҙем башҡарырға тырыштым, ашарға ла бешерҙем, иҙәнен дә йыуҙым. Был мәшәҡәттәр иһә йәшәйеш ебенә тотоноп алға барыу өсөн бик кәрәк ине.
Хәйер, һәр кем сирҙе үҙенсә кисерә. Мәҫәлән, химия терапияһы үткән осорҙа шәхси психолог яллаған, уның менән тәүлек әйләнәһенә бәйләнештә булған кешеләрҙе лә күрергә тура килде.


Кешеләрҙе өмөт йәшәтә


Үткән ҡыш һәм яҙ фәҡәт дауаланыу менән үткәс, әсәйем янына ҡайтып йөрөргә башҡа форсат та булманы, ҡыйыу­лыҡ та етмәне. Ә һикһәнде уҙған оло кеше янына барыбер ҡайтып күре­нәһе бар ине. Етмәһә, шылтыратҡан һайын “Балам, һин килгәнде көтәм, теге эште теүәлләйһе бар, быныһы эшлән­мәгән” тип хәбәр һөйләй. Мин өндәш­мәйем, эстән генә һыҙам. Ниһайәт, дилбегәне үҙ ҡулына апайым алды. Химия терапияһы үткәндә кешенең ҡиәфәте ифрат үҙгәрә. Шуға ла ҡайтып төшөп, бер ни белмәгән оло кешене аяҡтан йыҡмаҫ өсөн, ул алдан шылтыратып, минең хәлемде аңғартырға булды...
Ә кешеләрҙе өмөт йәшәтә. Дауахана юлын тапағанда был аяуһыҙ сирҙең иң һуңғы стадияһы менән яфаланған, әммә йәшәү өмөтөн өҙмәгән кешеләрҙе беләм: улар мөғжизәгә ышана, яҡындары хаҡына ғүмер йомғағына йәбешеп ята.
Тағы ла шул: кеше булмышы шулай ҡоролған – ул ниндәй шарттарға ла, хәлдәргә лә күнегә икән. Мәҫәлән, үлемесле сиргә дусар булған кешеләр гел бойоғоп, насар уйҙар менән йәшәй икән, тип фекерләгәндәр яңылыша: нигеҙҙә, ауыр диагнозлы кешеләр, хәлде нисек бар шулай ҡабул итеп, алға ынтыла, дауалана, өмөтләнә, тормоштоң бәләкәс кенә шатлыҡтарына ла риза булып йәшәй бирә.


Иң аяныслыһы – балаларҙың сирләүе


Ололар үҙҙәренең хәлен белеп-аңлап торғанға, бик тә ауыр булған дауаланыу сараһын барыбер еңелерәк кисерәлер, тип уйлайым. Химия һәм нур терапияһы – бик алама, тамуҡҡа тиң ғәмәлдәр, уны ҡабат-ҡабат үтеүе еңелдән түгел. Әммә ололар түҙә, өмөтләнә... Ә ошо ҡатмарлы, оҙайлы, ауыр процедураларҙың кәрәк­леген балаларға аңлатып буламы ни?! Уларҙың әрнеүле күҙҙәренә бағыу, сирле балаһы эргәһендә уға бер нисек тә ярҙам итә алмағанлыҡтан ғазапланған ата-әсә­не күреү тағы ла ҡыйыныраҡ. Аллаһ Тәғә­лә был афәттән барлыҡ балаларҙы аяһын...
Дауаханала үҙем ише сиргә дусар кешеләр менән таныштым. Ҡайһылары менән һирәк-һаяҡ аралашып торабыҙ, әммә һәр шылтыратыу мине хафаға һала: хәле хөртәйеп китһә, анализдары насар булһа? Шунан ул кеше өсөн көйә башлайым. Ошондай кисерештәрҙән арыныр өсөн, бындай аралашыуҙарҙы сикләргә тырышам.


Табиптар тураһында


Кешеләр, ҡайҙа ғына дауаланһа ла, табиптарҙы әрләргә ярата. Йәнәһе, йә эшен еренә еткереп башҡармай, йә тейешенсә иғтибар бүлмәй... Һис шикһеҙ, кешеләр төрлө булған кеүек, табиптар ҙа төрлө, әммә күпселеге кеше хәлен аңлаған һәм һөнәри бурысын еренә еткереп башҡарған кешеләр. Республика онкология диспансерында дауаланғанда ла, Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһында процедуралар үткәндә лә миңә фәҡәт иғтибарлы, кешелекле белгестәр тап булды. Уларға ҙур рәхмәт! Ә бер ваҡыт мин консуль­тацияға барған абруйлы табип ҡала урамында осраны. Ул, дәрәжәһенә ҡарама­йынса, танып, эргәмә килеп, хәлемде һорашып китте. Бына бит ниндәй белгестәр була!
Участка терапевында даими иҫәпкә торғас, теге йәки был белгескә барыу өсөн унан йүнәлтмә алырға кәрәк. Табип­тың шәфҡәт туташы, талондар бөткән осраҡта ла, борсолмағыҙ, шылтыратырмын, урын булыу менән яҙыр­мын, тип оҙатып ҡала һәм вәғәҙәһен үтәй. Ҡәҙимге күренештәр, әммә улар ҙа күңелгә өмөт өҫтәй, дәрт бирә.
...Аллаһ Тәғәләгә инанам, барыһы ла яҡшы булырына, сир тырнағынан ыс­ҡынып, бәхетле йылдар кисереүемә өмөтләнәм. Күпме йәшәргә яҙған – барыһы ла минеке! Әлбиттә, минең тормошом хәҙер бөтөнләй икенсе юҫыҡтан аға, шулай ҙа мин бармын, бәхетлемен һәм гөрләтеп йәшәйәсәкмен әле”.
Читайте нас