Аҙна һәр ваҡыттағыса ваҡиғаларға бай булды. Улар араһында фәндең төрлө тармаҡтарында инновация проекттары өҫтөндә эшләгән 25 йәш ғалимға гранттар тапшырыу йәштәрҙе яңы еңеүҙәргә әйҙәгән мөһим сараларҙың береһе булып айырылып торҙо.
Тантанала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Радий Хәбировтың ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, фәнни проекттар конкурсында еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы гранты бирелеү хаҡында дипломдар тапшырҙы. Һәр бер гранттың күләме – бер миллион һум.
– Бөгөн билдәләнгән һәр эш етди иғтибарға лайыҡ. Тәҡдим ителгән проекттар энергетика, ауыл сәнәғәте комплексы, авиайыһан, машиналар эшләү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф кеүек тармаҡтарҙы сағылдыра. Иң мөһиме – улар тормошҡа ашырылып, иҡтисад, сәнәғәт алдында торған бурыстарҙы хәл итеүгә булышлыҡ итһен, төбәк халҡының йәшәү сифатын күтәреүгә өлөш индерһен, – тине Александр Сидякин.
Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан дәүләт аграр университеты хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Мария Мартынова ла бар. Ул сығышы менән Баҡалы районының Нуғайбәк ауылынан. 30 йәшлек ғалимә конкурсҡа умартасылыҡ тармағында урмандарҙы файҙаланыу тураһындағы проектын тәҡдим иткән.
– Грант алыуыма шатмын. Фән өлкәһендә эҙләнеүҙәр алып барыу өсөн ошондай ярҙам кәрәк. Башҡортостанда “Апимондия” конгресы үтер алдынан умартасылыҡ йүнәлешендә әҙерләгән проект төбәк өсөн дә мөһимдер, тип уйлайым, – ти ул.
Башҡорт дәүләт университеты хеҙмәткәре, физика-математика фәндәре кандидаты Илнур Үтәшев сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан. Йәш ғалим ҡаты есемдәргә ҡағылышлы эҙләнеү проекты менән еңеүгә өлгәшкән.
Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты аспиранты Татьяна Яҡупова үҙенең ни өсөн грант алыуын аңлатып:
– Беҙҙең институт – һөнәри ауырыуҙарға бәйле теманы өйрәнгән берҙән-бер уҡыу йорто. Нефть һәм химия тармағы эшмәкәрлегенең эҙемтәләре кешелә бауыр ауырыуҙары барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә, шуға ла был теманы өйрәнеү көнүҙәк булып тора, – тине.
Ғөмүмән, йәш ғалимдар физика, биофизика, биохимия, иҡтисад һәм социология кеүек төрлө өлкәләрҙә етди проекттар өҫтөндә эшләй. Был награда уларҙы киләсәктә донъя кимәлендә танылыу яулауға этәрһен.