"Ул нисектер миңә шунда уҡ килде, күҙҙәремә ҡараны. Шулай итеп, яңы дуҫымды таптым. Берәҙәк эттәрҙе аулау - беҙҙең район өсөн көнүҙәк мәсьәлә. Улар юҡтан килеп сыҡмай. Ташланған йорт хайуандары улар. Кешенең яуапһыҙлығы һөҙөмтәһе. Беҙ эттәрҙең бәләкәй дуҫтарыбыҙ икәнлеген онотмаҫҡа тейешбеҙ", - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район етәксеһе һәм хәйбуллаларҙан эттәрен бәйҙә тотоуын, уларҙы һаҡлауын, был бурысына яуаплы ҡарауын һораны.