Йәмғиәт
14 Февраля 2020, 08:22

Йән яралары уңаламы?..

Илнира Рәжәп ҡыҙы менән Фәйез Ғәфүр улы Хәли­товтар – Мораҡта ихтирамлы, билдәле ғаиләләрҙән. Оло Эйек ярындағы күркәм йортта төпләнеп, тыныс, һәүетемсә тормош көтә башлағанға тиклем, уларға ниндәй яҙмыш һынауҙарын үтергә тура килгәнен үҙҙәре генә белә.

Илнира Рәжәп ҡыҙы менән Фәйез Ғәфүр улы Хәли­товтар – Мораҡта ихтирамлы, билдәле ғаиләләрҙән. Оло Эйек ярындағы күркәм йортта төпләнеп, тыныс, һәүетемсә тормош көтә башлағанға тиклем, уларға ниндәй яҙмыш һынауҙарын үтергә тура килгәнен үҙҙәре генә белә.


Яҙмышты хәл иткән ай


...Салауат медицина учили­щеһын тамамлап, бала табыу йортонда бер ни тиклем тәжрибә туплап өлгөргән Илнира Баш­ҡорт­остан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына барырға ҡарар итә. Һөнәри хыялы тормошҡа ашыу менән бер рәттән, яҙмы­шын үҙгәртерлек осрашыу ҙа беренсе курста уҡ булыр тип кем уйлаған?


Хәйер, барыһы ла осраҡлы­лыҡтан башланған. Ятаҡ ише­генең йоҙағы боҙолғас, бүлмә­ләш ҡыҙҙары Фәйезде саҡырып килтергән: “һә” тигәнсә ишекте рәтләп тә ҡуйған ул. Оҫта ҡуллы егет институттың өсөнсө курсында уҡый, уны барыһы ла ярҙамсыл, ихлас кеше тип белә икән. Тәүге осрашҡанда уҡ етеҙ егет сибәр, отҡор ҡыҙға күҙ һалған...


Фәйез Ғәфүр улы Күгәрсен ауылында тыуып үҫкән. Балтик диңгеҙе буйында хәрби хеҙмәт үткәндән һуң, медицина институтына уҡырға ингән. 1987 йылда, икенсе курсты тамамлағас, ул хәрби практика үткән. Ә хәрби бурысты аңлатып тораһы түгел: дәүләт ҡайҙа ҡуша, һин – шунда. Шулай итеп, Пяндж военкоматы аша егет Афған­стан­дағы “Ширхан” посына эләгә. Ә бында еңелдән түгел. Ҡарап тороуға сик буйы тыныс кеүек, әммә һуғыш ипкене эргә­лә генә икәнлеген яралы һалдат­тарҙың туҡтауһыҙ ағымы иҫкәр­теп тора. Һәр ҡайһы­һының ғүмерен һаҡлап ҡалырға тырышыу – ил һәм намыҫ алдындағы бурыс. Ҡыҫҡаһы, практика үткән ошо ай яҙмышын хәл итә Фәйез Хәлитовтың – хәрби табип булырға ниәтләй ул.


Шулай итеп, медицина уни­верситетының дүртенсе курсын тамамлағандан һуң, ул Һамар ҡалаһындағы юғары уҡыу йор­тоноң хәрби-медицина факультетына күсә. 1991 йылда уны медицина хеҙмәте лейтенанты дәрәжәһендә тамамлай. Һәм тағы ла... Тажикстанға юллана. Сик ғәскәрҙәренең разведка рота­һында хәрби табип булып хеҙмәт юлын башлай ул. Афғанстан – Пяндж йылғаһы аша ғына, был яҡ ярҙа – тажик ауылдары. Илебеҙҙең ҡат­мар­лы, буталсыҡ осор кисергән мәле, тәртип һәм тыныслыҡ – шартлы төшөн­сәләр. Тажик­станда иһә хәрби хәл көндән-көн көсөргә­нешлерәк була бара...


“Ул ҡайҙа – мин шунда”


Ә һылыуҡай Илнирамы? 1993 йылда ул, юғары уҡыу йортон тамамлап, Салауат ҡалаһына эшкә ҡайта, поликлиникала үҫмерҙәр гинекологы булып хеҙмәт юлын башлай.


“Фәйез менән бәйләнеш юғалды. Уның Күгәрсен ауылынан икәнлеген белә инем, аптырағас, ата-әсәһенә хат яҙҙым. Тик күңелемде йыуа­тырлыҡ яуап булманы, сөнки яҡындары ла уның ҡайҙа хеҙмәт иткәнен белмәй ине. Ваҡыт үтә торҙо. Шулай эштән һуң атай-әсәйем менән киске аш ашап ултырабыҙ. Телевизорҙан Станислав Говорухиндың “Прокляты и забыты” тигән нәфис-публицистик фильмы бара. Һүҙ – Чечняла, Афғанстанда, Тажикстанда хеҙмәт иткән һалдаттар хаҡында, кадрҙар хәрби хәрә­кәттәр урынында төшөрөлгән. Шул саҡ фильм геройҙары араһында таныш йөҙ күренеп ҡалды. Үҙем дә һиҙмәҫтән: “Әсәй, был Фәйез бит!” – тип ҡыс­ҡырып ебәрҙем. Ул һалдат­тарҙы ҡамауҙан алып сыҡҡан, дауалаған икән. Йөҙө шундай яҡын, етди. Ҡаһарманлыҡ са­ғы­ла... Фильмды ҡарап, ни ки­сер­гәнде аңлатырлыҡ түгел – һалдаттар, уларҙың яҡындары, әсә йөрәктәре өсөн йән өҙөлдө – ниндәй һынауҙарҙы кисерергә тура килә йәш кенә егеттәргә”, – тип хәтерләй ул үткәндәрҙе.


1995 йылдың майында Фәйез Ғәфүр улына бер нисә ял көнө бирәләр. Ул шунда уҡ тыуған яғына, Күгәрсен ауылына ашҡына. Яҡындары Илниранан килгән ике хат тураһында әйткәс, капитан формаһын кейеп, сәскә гөлләмәһе менән ҡыҙ йәшәгән фатирҙың ишеген ҡаға... Һәм ошо көндән алып уларҙың айырылғаны юҡ.


“Ирем ҡайҙа – мин дә шунда!” – тип Илнира ла сик буйына юллана. Ә табиптар бында һәр саҡ кәрәк. Ҡатын дөйөм практика табибы булып эшләй башлай. 1999 йылда хәрби часты тарҡатҡанға тиклем, ул ире менән бергә яҙмыштың уртаҡ һынауҙарын үткәрә, хәрби тормоштоң барлыҡ үҙенсәлек­тәрен татый.


Аңлатып булырлыҡмы?


1992 йылда йәмғиәттең төрлө кландары араһында хасил булған граждандар һуғышы ҡайһы бер көстәр өсөн, әлбиттә, ҡулай була. Бигерәк тә Афғанстандан Тажикстан аша Европаға наркотрафик үткәнен иҫәпкә алғанда.


СССР тарҡалған ауыр осор. Сикте ябырға кәрәк. Ошо ва­ҡытта тажик-афған ерендә хеҙ­мәт иткәндәрҙең, шул иҫәптән Фәйез Хәлитовтың ҡаһарман­лығы баһалап бөткөһөҙ: ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, уға нисә тапҡыр сикте үтергә, яралан­ғандарҙы ҡотҡарырға тура килгән икән? Разведка ротаһы менән бихисап тау һуҡмаҡ­тарын тапаған, мәмерйәләрҙә лә йәшәгән, ҡулында скальпель генә түгел, автомат та тотҡан, бронетранспортер штурвалына ла ултырған, десант подраз­делениеһына етәкселек иткән. Ә күпме һалдатты тау-таш ара­һынан, мина яланынан иңенә һалып сығарған? Тере­ләрен дә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлеләрен дә...


– Санчасҡа барырға ла өлгөр­мәйһең, вертолет йә БТР тағы артыңдан килеп етә. Ҡайҙа барырыңды ла белмәйһең, әммә шуныһы асыҡ: һалдаттарға ярҙам кәрәк! Улар көтә, өмөт­ләнә. Дошман иһә көндөҙ ҙә, төндә лә йоҡламай. Ғөмүмән, аңлашылмаған һуғыш булды ул – ҡасан, ҡайҙан һөжүм итер­ҙәрен белерлек түгел. Кеше булмышы шулай ҡоролған: иң ауыр шарттарға ла күнегә. Унда үлемдән ҡурҡмайҙар, тик уйла­маҫҡа тырышалар. Бойо­роҡ бирелгән, ә һин уны үтәргә те­йешһең. Ә хәрби табип өсөн, беләһегеҙме, нимә мөһим? Ул иҫән ҡалырға тейеш, бигерәк тә ялан шарттарында, өҫтөндә пулялар һыҙғырып торғанда ла, операция яһағанда ла... Үҙе өсөн түгел, башҡалар өсөн йәшәргә тейеш: табиптан башҡа һал­датты кем ҡотҡара ала? – ти Фәйез Ғәфүр улы.


Уның һигеҙ мең һалдатҡа бер үҙе булғанын иҫәпкә алһаҡ, һуғыш шарттарында табип ғүмере ни тиклем ҡиммәт икәнлеген аңлатаһы түгел. Унан “Арый инегеҙме?” тип һорау хатта оят та кеүек. Санитар час­та уның тәүге ярҙам­сыһы, терәк-таянысы ҡатыны Илнира була. Улар икеһе бер бөтөн булып, саялыҡ һәм ныҡлыҡ күрһәтә. Тышта ер тетрәй, пулялар һыҙғыра, эҫе һауа йәнде өтөп алып бара, ә уларға кеше ғүмерен ҡотҡарыу фарыз. Эйе, башҡа бер нәмә лә кәрәк түгел – ошо егет, әле тормошто ла күреп өлгөрмәгән бала, йәшәһен генә...


Сик буйындағы отряд тормошо


Илнира Рәжәп ҡыҙы хәтерләгәндәрҙән:

– Хеҙмәтебеҙ бик ауыр шарт­тарҙа үтте. Эҫе – ҡот осҡос, хатта ҡыш айҙарында ла һауа тем­ператураһы плюс 30-40 градус­тан түбән төшмәй. Йыш ҡына ер тетрәй, ә йәшенле ям­ғыр яуһа, йөрәгең шартлап үлерлек – тауҙарҙа улар бигерәк ғәйрәтле була. Яғыулыҡ, утын, күмер, аҙыҡ-түлек тә етмәй торғайны. Шуға күберәк сохарый, кукуруз икмәге менән мөрхәтһенергә тура килде. Икмәктә төрлө зарарлы паразиттар үрсей ине, ә был һалдат­тарҙа ауыр инток­сикацияға, аллергияға килтерә. Шуға ла сүпрәһеҙ икмәк бешерергә һәм уны шунда уҡ киптерергә өйрәнеп алдыҡ. Тимер “буржуйка”ны кирбес менән уратып, мейес ғәләмәте булдыр­ҙыҡ. Был яҡта һыу ҙа ифрат бысраҡ, шуға ла урындағы халыҡ араһында гепатит, ваба, биҙгәк, тапма, тиф кеүек сирҙәр йыш тарала ине. Һалдаттарҙы ошо афәттәр­ҙән һаҡлау өсөн нимә генә эшләмәнек...


Хәрби хеҙмәт алып бары­уыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙҙе урат­ҡан тәбиғәткә һоҡланыулы ҡараш ташларға ла өлгөрә инек. Мәҫәлән, апрель-май айҙарында тауҙар араһындағы уйһыулыҡ­тарҙа бер аҙнаға ғына мәк сәскә ата. Төҫтәренең сағыулығы! Ә күк йөҙө, болоттар аҫта ғына һымаҡ, әйтерһең дә, үрелеп кенә айҙы һәм йондоҙҙарҙы тотоп ҡарарға була.


Ысынбарлыҡ иһә үтә хәүефле ине. Урындағы халыҡ өсөн, алама сирҙәрҙән бигерәк, илде ялмап алған граждандар һуғышы иң аяныслыһы булғандыр. Бер нәҫел икенсеһенә ҡаршы һу­ғыша һәм бер-береһенән үс алыу өсөн ҡот осҡос вәхшилеккә бара ине. Мәҫәлән, үҫкәс, атаһы йә аға­һы өсөн үс алмаһын тип бәпестәргә һәм ауырлы ҡатын­дарға тиклем ғүмерҙәрен ҡыялар ине.


Изгелек өсөн – бер ус бойҙай


Илнира Рәжәп ҡыҙын тирә-йүндәге ауылдарҙың халҡы ла тиҙ танып ала, табип булараҡ, уны ярҙамға саҡыралар. Отряд етәкселеге, бының ни тиклем хәүефле икәнлеген аңлаһа ла, бер ваҡытта ла ярҙамдан баш тартмай. Шулай бер ҡулына автомат, икенсеһенә медицина кәрәк-ярағы һалынған сумка аҫып, хәрби техникаға ултырып сығып китер була ҡыйыу йөрәкле ҡатын. Һаҡсыһы – йәш һалдат...


Күпме саңлы-туҙанлы юл­дар­ҙы үтергә, күпме ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға насип булған уға – һанап бөткөһөҙ. Һуғыш Тажик­станға аслыҡ, яланғаслыҡ, емереклек килтергәнен үҙ күҙҙәре менән күргәс, кешелек өсөн ошонан да ҡурҡыныс нәмә юҡлығына тағы бер инана ҡатын.


– Йәшәү ни тиклем ҡыйын булмаһын, кемгәлер ярҙам күрһәткәндән һуң, усыма бойҙай һалһалар, уны йорттан сыҡҡас та балаларға тарата инем. Ғаиләһенең тамағын туйҙырыр өсөн халыҡ көнө-төнө эшләй торғайны. Ҡатындарҙың яланда бала тапҡанын, шунда уҡ артабан эшкә тотонғанын да беләм, – тип хәтерләй Илнира ханым.


Уның исеме – “Док”


Фәйез Хәлитовты хәрби дуҫ­тары, хеҙмәттәштәре, һалдат­тар шулай тип йөрөткән. Ә урын­дағы халыҡ өсөн ул “Аҡтабип” булып танылған. Ҡы­йыу булмышлы, ҡаһарман йөрәкле, кешелекле һәм ихлас булғаны өсөн уны бик хөрмәт итәләр.


1993 йылда беренсе контузия алған, был хәл Афғанстан һәм Тажикстан сигендә булған. Яралы офицерҙы яу яланынан сығарғанда, эргәһендә генә снаряд шартлап, аяғын яралаған. Офицерҙы окопҡа төшөрөп өлгөргән дә иҫен юғалтҡан. Икенсе яраһын йәш һалдатты ҡотҡарғанда алған. Әммә хеҙмәтте ташлап, тыуған яғына әйләнеп ҡайтыу тигән уй башына ла инеп сыҡмаған: йүнәлеү менән ҡабат сафҡа баҫҡан.


“Ҡара көн”


1993 йылдың 13 июлен Хәлитовтар әле булһа әсенеп хәтерләй.

Яңы ғына бойондороҡһоҙлоҡ алған Тажикстан Афғанстанда власть даирәләрен яулап алған талиптарға наркотиктар баҙа­рын киңәйтеү, был афәт менән сауҙа итеүгә яңы юлдар асыу өсөн ымһындырғыс маҡсат булып тора. Тик ике ил сигендә Рәсәй һалдаттарының тороуы ғына күңелен ҡыра уларҙың. Шуға ла талиптар киң хәрби операция башларға, сик частарына һөжүм итергә ҡарар итә.


Фәйез Хәлит улы иҫтәлектәренән:

– 13 июлгә ҡараған төндә разведка Шуробад йүнәлеше буйынса бер нисә мөжәһиттәр төр­көмө барғанын хәбәр итте, улар­ҙың сик буйындағы частарға һөжүм итергә йыйыныуы ла асыҡланды. Оҙаҡ та тормай 12-се заставанан хәүефле хәбәр килде: “Беҙгә һөжүм иттеләр, алыш башланыҡ...” Беҙҙе лә тревога буйынса күтәрҙеләр. Заставаға берҙән-бер юл бара, уныһы ла миналанған. Шулай ҙа хәрбиҙәр юлға сыҡты. Ауыр хәрби машиналар тау юлдарынан ҡар­шы­лыҡтар аша алға барҙы. Саперҙар юлды тикшерә, вертолеттар сираттағы боҫҡондо туҙ­ҙыра, шунан ғына алға ҡуҙ­ғалырға мөмкин. Әлбиттә, ҡим­мәтле ваҡыт үтеп китте. Заставаны мөжәһиттәрҙән таҙарт­ҡандан һуң, 25 сик һаҡсы­һы­ның кәүҙәһе табыла. Һикһәндән ашыу дошман да ҡырыла.


Ә 14 июль иртәһендә... ысын мәхшәр башлана. Часҡа өҫтән бойороҡ килә: “Яралыларҙы ҡаршылағыҙ!” Майҙанға 20 носилка теҙеп ҡуйыу менән, хәрби вертолет та ултыра. Ишек асылыу менән унан сержант Евланов күкрәген тотоп сығып йығыла. Унан башҡалар күренә. Көсөргәнешле шарттарҙа ярҙам күрһәтеү башлана. Әммә төшкә табан 12-се заставанан тағы бер вертолет килеп еткәс, хәлдең ни тиклем аяныслы икәнлеген аңғаралар. Вертолет ултырыу менән уның ишектәренән ҡан һарҡа башлай... Ә асҡас... үле һалдаттарҙың кем икәнлеген таныу ҙа ауыр була: кемдең ҡулы, кемдең башы йә аяғы юҡ. Ҡайһы бер һалдаттарҙы шул тиклем мыҫҡыллағандар, ул вәхшилекте, йыртҡыслыҡты тел менән аңлатырлыҡ та түгел...

1993 йылда Рәсәй хәүеф­һеҙ­лек министры бойороғо ме­нән 12-се заставаға “25 герой” исеме бирелә. Был “ҡара көн” мәңге­леккә Рәсәй тарихына яҙылған.


Алабай – тоғро дуҫ


90-сы йылдарҙың уртаһында сик буйындағы заставаларға мө­жәһиттәрҙең һөжүме йышая. Разведка төркөмө менән Фәйез Ғәфүр улы ла йыш ҡына тау­ҙарға сыға. Аҙна буйы һыуһыҙ һәм аҙыҡһыҙ йәшәргә тура килгән саҡтар ҙа була.


– Бер мәл рота менән мәмер­йәлә урынлашырға тура килде. Унда, баҡһаң, күҙлекле йылан да оя ҡорған икән. Ни хәл итәһең – эргәһенә урын­лаштыҡ. Ыҫылдай торғайны, әммә беҙгә теймәне. Алабай тигән этебеҙ ҙә тоғролоҡ күрһәтте. Разведканан ҡайтҡанды нисек көтөп торғанын белһәгеҙ! Һалдат­тарҙан үҙен яраттырып сыға торғайны. Тик... Эттәр үлемде тоя, тиҙәр. Насар хәбәр килер алдынан Алабайыбыҙ ни ашамай, ни эсмәй, шыңшып көндәр буйы ятыр ине. Ротала шыбырлаша башлайҙар: “200-сө йөк” буласаҡ. Ҡыҙғаныс, әммә ғәмәлдә тап шулай булыр ине, – тип хәтерләй Фәйез Ғәфүр улы.


“Ҡотҡарырҙарына ышандым”


Рәсәй сик һаҡсылары тонналап наркотик матдәләрҙе тотҡан, юҡҡа сығарған. Разведка “үлем йөгөнөң” ҡайһы юл­дан үтерен дә алдан әйтеп торор булған. Шулай 1999 йылда дүрт кешенән торған разведка төркөмө (шул иҫәптән Фәйез Хәлитов та) 56 килограмм героин партияһын тартып алып, юҡҡа сығара. Әммә нарко­контрабандистарҙың үсе яман була: яҡташыбыҙҙың өс хәрби дуҫын өйгә ҡайтҡанда юлда үлтерәләр. Ә Фәйез Ғәфүр улын Дүшәнбе ҡалаһында тоталар һәм ҡулға алалар.


Афған мөжәһиттәре уның ҡулдарын бығаулап, зинданға яба, ныҡ итеп туҡмай. “Ниңә шунда уҡ үлтереп кенә ҡуй­майҙар икән? Бәлки, минең өсөн аҡса талап итмәкселәрҙер, бәлки, табип булараҡ, берәйһен дауалатмаҡсыларҙыр?” – ғазаплы минуттарҙа ошо уйҙар борсой Хәлитовты. Шулай ҙа күңелендә өмөт осҡоно йәшәй: хеҙмәттәштәре, яуҙаштары ҡалдырмаҫ, эҙләр, моғайын...


Разведка уның тотҡонда икәнлеген еткергәс, табипты ҡотҡарыу буйынса эш башлана. Быны бөтәһе лә изге бурыс тип ҡабул итә. Ике аҙна йәшәү менән үлем араһында көн күргән табипты, ниһайәт, разведка хәр­биҙәре ҡотҡара. Улар дошман­дарҙы юҡ итә. Ошо ваҡытты икенсе тапҡыр тыуған көнө тип иҫәпләй геройыбыҙ.


Аяныслы тарих булып ҡалды...


1999 йылда Хәлитовтар тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Нисәмә йыл һуғыш мәхшәре уртаһында ҡайнаған, үлем менән күпме тапҡыр күҙмә-күҙ осрашҡан, һау, сәләмәт, көләкәс егеттәрҙең танымаҫлыҡ булып цинк табуттарҙа йортона оҙатылғанын тиҫтәләрсә тапҡыр үҙ күҙҙәре менән күреп, ҡайғының ниндәй аяныслы икәнлеген белгән яралы йөрәктәре менән ҡәҙимге тормошта үҙ урындарын табырға кәрәк була уларға, сөнки тыныс йәшәйешкә лә өйрәнеү мөһим.


Бер-береһен яратыу, хөрмәт итеү, терәк-таяныс булыу кеүек күркәм сифаттар уларға Мораҡ ауылында төпләнеп, нығынып китергә, йорт төҙөргә, ул һәм ҡыҙ үҫтерергә көс һәм дәрт-дарман бирә.


Хәлитовтарҙың икеһе лә Мораҡ үҙәк дауаханаһында эшләй: Илнира ханым – терапевт, Фәйез Ғәфүр улы – табип-судмедэксперт. Был йүнәлеш буйынса ул белемен камиллаштырыу курсын үткән. Һис шикһеҙ, эш үҙенсәлектәрен аныҡ белә үҙ һөнәренең оҫтаһы.


Тағы ла шуныһы: уларҙы яҡындан белгән кешеләр уртаҡ һынауҙарҙы бергә үткән ир менән ҡатындың үҙ-ара мөнәсә­бәттәре ни тиклем йылы, нескә, мөхәббәтле икәнлеген белә. Бер-береһен ярты һүҙҙән түгел, тын алышынан, ҡарашынан аңлап торған, айырылмаҫ бер бөтөнгә әүерелгән күркәм, һоҡланғыс пар улар.


Фәйез Хәлитов оҙаҡ йылдар райондың яугир-интернационалистары ойошмаһына етәкселек итә. Ғөмүмән, Хәлитовтарҙың йәш быуынды тәрбиәләүгә ин­дер­гән өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Тик “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, I дәрәжә “Хәрби хеҙмәттәге айырым ҡаҙаныштары өсөн”, “Рәхмәтле афған халҡынан”, “Тажикстандағы хеҙмәте өсөн” һәм башҡа миҙалдары, “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены ғына хәүеф-хәтәрле, ҡанлы һәм шанлы йылдарҙы хәтерләтеп тора.


Илнира Рәжәп ҡыҙының да наградалары, маҡтау ҡағыҙ­ҙары бар, тыныс тормошта ул фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Башҡорт­остандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә лайыҡ булған.


Тормоштарындағы туғыҙ шанлы йыл ғына, ҡанлы яраларын һулҡылдатып, ваҡыты-ваҡыты менән иҫкә төшә, кешелек өсөн тыныс күктең, имен йәшәйештең, һаулыҡтың иң ҡәҙерле ҡиммәттәр икәнлеген йәнә бер иҫкә төшөрә кеүек...


Күгәрсен районы.
Читайте нас