Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә Рәсәйҙән ситтә хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙе иҫкә алыу тантанаһы булды.
Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға арналған сараларға ярашлы, «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскәләр һалынды.
Сарала Дәүләт Думаһы депутаттары, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостан хәрби комиссары, генерал-майор Игорь Харченко, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов һәм башҡалар ҡатнашты.
Сарала шулай уҡ Афғанстанда, Төньяк Кавказдағы һуғыш хәрәкәттәре ветерандары, Ватандан ситтә хеҙмәт бурыстарын үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең әсәләре, контртеррорлыҡ операцияларында ҡатнашҡандар, республика һәм муниципаль хакимиәттәр вәкилдәре, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге йәштәр һәм кадет интернаты уҡыусылары булды.
Тантанаға йыйылған халыҡ мемориалға сәскәләр һалды, һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды.
Ошо уҡ көндә Ҡала мәҙәниәт һарайында концерт ойошторолоп, фойела Совет Армияһының һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең эҙләү отрядтары, тактик кәрәк-яраҡ һәм атыу ҡоралдары күргәҙмәләре менән танышыу булды.
Сараны Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты менән мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы, "Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү үҙәге" ойошторҙо.
Фотолар: "Башинформ", Өфө ҡалаһы хакимиәте.