Өфө ҡалаһы подъездарының береһендә ун йәшлек ҡыҙҙы мәсхәрәләгән 23 йәшлек ирҙе эҙләйҙәр.
Тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, уның кемлеге билдәле: Эдуард Рөстәм улы Шакиров.
Асыҡланыуынса, инцидент 2019 йылдың 7 ноябрендә баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә теркәлгән. Баязит Бикбай урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһе подъезында 23 йәшлек ир ун йәшлек ҡыҙға ташланып, хайуандарса мәсхәрәләй. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, әммә ғәйепләнеүсене тапмайҙар. Әле ир федераль, халыҡ-ара эҙләүгә бирелгән.
Уның билдәләре: 20-35 йәш тирәһе, урта кәүҙәле, буйы яҡынса 165-175 см. Һоро-йәшел куртка, һоро джинсы салбар, йәшел-күк төҫтәге бәйләнгән шапкала булырға тейеш. Үҙе менән ҡара төҫтәге рюкзагы ла бар.
Кем дә кем ғәйепләнеүсене таный йәки күргән, 8 (347) 251-62-51 («Ышаныс телефоны»), 8 (347) 279-39-02, 02 или 102 телефондары аша хәбәр итеүҙәре һорала.