Йәмғиәт
16 Февраля 2020, 07:10

Ғаиләһе өсөн ҡурҡып...

2,7 миллион һум аҡсаһын сығарып бирергә мәжбүр була.

Өфөнән ике ир урындағы эшҡыуарҙы урлап алып китеп, унан ҙур күләмдә аҡса таптыра. Әле был ваҡиға буйынса 50 һәм 59 йәшлек кешеләрҙе ғәйепләйҙәр.

Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 2018 йылдың февралендә ирҙәрҙең береһе алдаштырып эшҡыуарҙы урлай һәм үҙенең еңел автомобилендә әшнәһенең Затон биҫтәһендәге офисына алып килә. Унда иһә енәйәтселәр йүнселде ҡурҡытып, уның ғаиләһенә янап, өс миллион һумға расписка яҙҙыра. Аҙаҡ зыян күреүсенең уларға бер тин дә бурысы булмауы асыҡлана. Әммә ғаиләһенә зыян килтереүҙәренән хафаланып, эшҡыуар 2,7 миллион һум аҡсаһын талаусыларға тоттора.
Үҙе, ғаиләһенең именлеген уйлап, оҙаҡ ваҡыт хоҡуҡ һаҡлау органдарына был турала хәбәр итмәй. Һуңынан эшҡыуар ғәйепләнеүселәрҙең бының менән генә туҡтамауын аңлап, тағы ла аҡса таптырасаҡтарын күҙаллап, Рәсәй Эске эштәр министрлығына һәм Федераль именлек хеҙмәтенә ғариза менән мөрәжәғәт итә. Был ведомстволар хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында ғәйепләнеүселәрҙең шәхесе тиҙ арала асыҡлана. Талаусыларҙы ҡулға алғанда һәм берәүһенең йортон тентегәндә 23 миллион һумға яҡын аҡса тартып алына. Етмәһә, сит ил валютаһы ла ҙур күләмдә һаҡланған.

Әлеге ваҡытта ғәйеплеләр ҡулға алынған, уларға ҡарата енәйәт эше асылған, һаҡ аҫтына алыу мәсьәләһе хәл ителә.
Фото: avatars.mds.yandex.net
Читайте нас