Өфөнән бер ҡатынды ун йыл элек гараждар араһында ике егет мәсхәрәләй. Ҡырын эштәрен ҡылғас, меҫкендең аҡсаһын, кеҫә телефонын тартып алып, енәйәт урынынан һыпырталар.
Шул ваҡиғанан һуң ун йыл үткәс, зыян күргән ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренә үҙен мәсхәрәләгән, талаған әҙәмдәрҙең шәхесен асыҡларға ярҙам итә. Улары үҙ ғәйебен тулыһынса таный.
Енәйәт эштәрен тикшереүселәр Салауат колонияһында ултырған 31 йәшлек кеше менән һөйләшеү барышында уның Өфөлә бынан ун йыл элек бер ҡатынды мәсхәрәләүҙә ҡатнашҡанлығын асыҡлай. Был турала ир хоҡуҡ һаҡсыларына үҙе һөйләп бирә, ғәйебен таный.
Асыҡланыуынса, 2010 йылдың ноябрендә ул дуҫы менән баш ҡаланың Ладыгин урамында урынлашҡан кооператив гараждар араһында ҡырҡ йәшлек ҡатынға ташлана, уны мәсхәрәләйҙәр. Енәйәтселәргә ул ваҡытта 21-әр йәш була. Һуңынан ҡәбәхәттәрҙең береһе генә талау һәм енси көсләү статьяһы буйынса колонияға эләгә. Ә бына икенсеһе иректә ҡала. Хоҡуҡ һаҡсылары ул әҙәмде тиҙ арала таба.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тип юҡҡа әйтмәгәндәр шул.