* Керҙе ҡайнатҡанда һыуға күҙ һабыны киҫәген һалһаң, сайҡатҡан һыуға бер-ике тамсы хушбуй тамыҙһаң - әйберҙәр хуш еҫ бөркөр.
* Ҡалын таҫтамал һәм халаттар күпереп торһон өсөн, йыуғандан һуң бер аҙ тоҙло һыуҙа тоторға кәрәк.
* Һатып алғандағы кеүек йомшаҡ һәм ялтыр булып һаҡланһын өсөн, ебәк әйберҙәрҙе йыуғанда һыуға 1-2 аш ҡалағы һеркә өҫтәгеҙ.
* Керҙе ҡыш тышта киптергәндә епкә йәбешмәһен тиһәгеҙ, сайҡатҡан һыуға бер аҙ һеркә өҫтәгеҙ. Ептең үҙен дә тоҙ йәки сода һалынған йылы һыуға мансылған сепрәк менән һөртөргә мөмкин.
* Ирҙәр күлдәге ныҡ бысранһа, кистән яғаһын, манжеттарын тальк менән эшкәртергә кәрәк.
* Кер йыуыу машинаһында төймәләр өҙөлмәһен өсөн уларҙы эләктереп, кейемде тиҫкәреһен әйләндереп йыуыу яҡшы.