Йәмғиәт
16 Февраля 2020, 14:32

Зилә Лира яҡын кешеһен юғалтты...

– "Минең ғүмер оҙайтҡысым", – тип әйтә торғайны ҡәҙерлем. Ғәфү ит...

Эстрада йырсыһы Зилә Лира ошо көндәрҙә Бөрйән районына барып, иң яҡын кешеһен һуңғы юлға оҙатып килгән.

"Әсәйемде һуңғы юлға оҙаттыҡ... Бөтә туғандарға һәм дуҫтарға ярҙамдары өсөн рәхмәт. "Минең ғүмер оҙайтҡысым", – тип әйтә торғайны ҡәҙерлем миңә. Ғәфү ит, әсәй, был юлы улай итә алманым, килеп сыҡманы... Әсәй, урының ожмахта булһын!" – тип яҙҙы йырсы.

Зилә Лираның әсәһе Зәкирә инәйгә 82 йәш була. Сығышы менән Белорет районының Ҡаһарман ауылынан. Ғүмеренең һуңғы көндәре Бөрйәндең Байназар ауылында үтә, бәләкәй ҡыҙында йәшәй. Зәкирә инәйҙе Мәһәҙей ауылында ерләйҙәр, сөнки ул ҡасандыр шунда килен булып төшкән. Инәйҙе бынан бер нисә йыл элек яман шештән баҡыйлыҡҡа күскән улы Вәлиттең янына ҡуйғандар.

Бик күп кеше Зилә Лираның ҡайғыһын уртаҡлаша. Улар араһында "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары, Зәкирә инәйҙе яҡындан белгән Әлфиә Хәмитова: "Зилә, ҡайғыңды уртаҡлашам. Әсәйең матур кеше ине. Ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын!" – тип яҙа.

Зәкирә инәйҙе һәр кем йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала, яҡындарына сабырлыҡ теләй. Беҙ ҙә Зилә Лираның ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ…

Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас