Йәмғиәт
17 Февраль 2020, 16:45

Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасурина бергәме?

"Мин, ниңәлер, шулай булыр тип уйлағайным инде..."

Йәш йырсы Әлиә Ҡарасурина Инстаграмдағы уҡыусыларын бер ваҡытта ла онотмай, улар яуҙырған һорауҙарға һәр саҡ яуап бирә. Ә күптәрҙе уның Ришат Төхвәтуллин менән мөнәсәбәте ҡыҙыҡһындыра.

"Инстаграм, "Бәйләнештә"ге биттәрегеҙҙе үҙегеҙ алып бараһығыҙмы, әллә айырым кеше бармы?" тигән һорауға Әлиә: "Үҙем генә", - тип яуап биргән.

- Һеҙ Ришат Төхвәтуллин менән бергәме?

- Юҡ, тынысланһағыҙ ҙа була.

- Ришат менән никах булған тиҙәр, шулаймы?

- Юҡ.

- Һеҙ нишләп Ришат менән бергә түгел, бер-берегеҙҙе тулыландырып тораһығыҙ бит.

- Тормошта беҙ уйлағанса ғына булмай шул.

- Ысын дуҫтарың күпме?

- Күп түгел.

- Бөтә һорауҙар ҙа Ришат тураһында икән бында.

- Ниңәлер мин шулай булыр тип уйлағайным инде.

- Айгөл Төхвәтуллина һеҙҙең яҡын дуҫығыҙмы?

- Эйе.

- Миңә һеҙ нисектер уҫал кеүек тойолаһығыҙ.

- Барыһы ла кәйефемдән тора. Ә былай мин бер ҙә уҫал түгел.

- Урамда таныйҙармы?

- Былай магазинда биҙәнмәһәм дә таныйҙар.

- Ришат концертта һеҙҙең хаҡта һорау биргәс, ул, беҙ бергә, тип яуап бирҙе.

- Ул концертта бер ҡасан да ундай һүҙҙәр һөйләмәне...

Әлиәгә уңыштар теләйек. Ришат менәнме ул, түгелме - барыһы ла яҡшы булһын, ижади ҡаҙаныштар юлдаш булһын!
Фото: Инстаграм.
Читайте нас