Йәмғиәт
18 Февраля 2020, 09:13

Ағасҡа йән өрөп, халыҡты һөйөндөрөп

Әтнәш ауылы районда үҙенең балта оҫталары, тимерселәре, баҡсасылары менән дан тота. Ауылға килеп ингәс тә, уның төҙөклөгөнә, матурлығына иғтибар итәһең. Йорттары ла әллә ҡайҙан үҙенә тартып торғандай, семәрле ҡапҡалар, тәҙрә ҡапҡастары, хатта һыу ҡойолары ла зауыҡ менән биҙәлеп уратып алынған. Тимәк, был ауылда балта оҫталары, ағас эше менән шөғөлләнеүселәр байтаҡ ҡына. Ауыл һөнәрмәне Константин Алексеевичтың йортон һорашҡас, “үҙегеҙ табырһығыҙ, тәҙрә ҡапҡастары, ҡыйыҡ баштары семәрләп эшләнгән йорт нәҡ уныҡы булыр”, тип өйрәтеп ебәрҙеләр.

Балта оҫтаһы Константин Кудряшов оҙаҡ йылдар ағас эше менән шөғөлләнә икән.

– Бала саҡта атайыма эйәреп ағастан төрлө хайуан, ҡош-ҡорт һындары, ҡалаҡтар, сувенирҙар эшләй торғайным. Мәктәпкә уҡырға барғас та, был кәсепте ташламаным. Айырыуса хеҙмәт дәресенә йөрөргә яраттым, – ти оҫта.

Урта мәктәпте тамамлағас, Яман-Йылға урман хужалығына эшкә урынлаша. Әммә бер аҙ эшләгәс, егетте хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Ул намыҫ менән Чехословакияла һалдат бутҡаһын татый. Әрме хеҙмәтенән һуң туп-тура элек эшләп киткән хужа­лығына әйләнеп ҡайта. Тик 2002 йылда урман хужалығы ябылғас, уны Әтнәш мәктәбенә хеҙмәт уҡытыусыһы итеп “ҡоҙалайҙар”.

Константин Кудряшов, яҙмы­шын ҡырҡа үҙгәртеп, ауыл балаларына хеҙмәт тәрбиәһе бирә башлай. Үкенмәй егет, етмәһә, ағас ене ҡағылған кешегә. Ҙур дәрт менән балаларға урман байлығынан халыҡ өсөн кәрәкле һәм файҙалы әйберҙәр эшләргә өйрәтә, урманға ҡарата һаҡсыл булырға өндәй.

Уҡыусылары ла, үҙе лә йылдан-йыл был кәсепте, һөнәрҙе ныҡлап үҙләштерә башлай. Тик һаулығы бер аҙ ҡаҡшау сәбәпле, уны 2006 йылда мәктәп ҡаҙан­лығына мейессе итеп күсерәләр, әммә ул мәктәп уҡыусыларын ҡалдырмай, ағастан әйберҙәр эшләү буйынса түңәрәк ойоштороп ебәрә. Уҡыусыларының әйберҙәре район, хатта республика күләмендә ойошторолған күргәҙмәләрҙә лә ҡатнашып, төрлө урындар яулай.

Бөгөн Константин хаҡлы ялда, тик ағас ене ҡағылған оҫта бер көндө лә үҙенең яратҡан кәсебенән тыш үткәрмәй. “Ҡайһы ваҡыт бер һауыт-һаба эшләүгә бер көн етә, ә бәғзе мәл бер ай ваҡыт та етмәй, сөнки илһамдың ҡасан килерен һис тә белеп булмай”, – ти оҫта.

Константин Кудряшовтың оҫта ҡулдары ултырғыстар, аш-һыу бүлмәһе өҫтәлдәре, һандыҡтар, кәрниздәр, гөлдәр өсөн ҡулайламалар ижад итә. Бынан тыш, төрлө сувенирҙар, шкатулка, фото рамдары, картина, паннолар етештерә. Заказ буйынса ауылдаштарына ғына түгел, район халҡына ла ишек, тәҙрә, умарталар яһай.

Ағас эшенән тыш, һөнәрмән ҡатыны Наилә ярҙамында умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Әйткәндәй, ҡыҙҙары Ксения менән Кира, улдары Антон да – атаһының төп ярҙам­сылары, уҡыуҙан буш ваҡыт­тарында улар һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа. Йәй-көҙ йүкә ағастарын хәстәрләп, оҙон ҡыш көндәре унан ағас әйберҙәр етештереү менән мәшғүл улар.

– Әлбиттә, бала саҡтан үҙ иткән кәсебем әллә ни табыш килтермәһә лә, был шөғөлөмдән күңел тыныслығы табам, халыҡҡа әйберҙәр эшләп биреп, уларҙың ҡыуанысын күреп һөйөнәм, – ти оҫта.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас