Межгорье ҡалаһынан 41 йәшлек етәксе 4,2 миллион һумлыҡ ришүәт алыуҙа, мутлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алынған.
Урындағы 103-сө янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең махсус идаралығы начальнигы ришүәт алыуҙа һәм мутлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләнә, тип хәбәр итә Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы. Төбәк бүлексәһе етәксеһе 2016-2017 йылдарҙа ялған документтар нигеҙендә үҙенә, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәренә дауалау өсөн киткән түләүҙәрҙе матди ярҙам булараҡ үҙләштергән. Ҡул аҫтында эшләгәндәр әлеге түләүҙәрҙең яртыһын начальнигына кире ҡайтарған. Дөйөм зыян күләме 4,2 миллион һум тәшкил иткән.
Был мутлыҡ ҡылыуҙарҙы полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлаған. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, әле тикшереү бара.