Йәмғиәт
18 Февраля 2020, 08:57

Инорс заманса биләмә буласаҡ

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендәге яңы балалар баҡсаһы, “аҡыллы” туҡталыштары, полиция пункты, “Ҡашҡаҙан” һәм “Первомайский” ҡала парктары кеүек социаль объекттарын ҡараны, “Хәүефһеҙ ҡала” системаһын сафҡа индереү барышы менән танышты.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендәге яңы балалар баҡсаһы, “аҡыллы” туҡталыштары, полиция пункты, “Ҡашҡаҙан” һәм “Первомайский” ҡала парктары кеүек социаль объекттарын ҡараны, “Хәүефһеҙ ҡала” системаһын сафҡа индереү барышы менән танышты.


Республика Башлығы тәүҙә Өфө­нөң Октябрь районында төбәк власы органдарының мәғлүмәт системаһы өсөн технология майҙаны булған Республика мәғлүмәт эшкәртеү үҙәге урынлашҡан базала – Башҡортос­тандың Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары үҙәгендә булды.
Республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин республика етәксеһен Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендә һәм Ленин урамында ҡуйылған интеллектуаль видеокүҙәтеү эше менән та­ныштырҙы. Әйткәндәй, ул төбәк Баш­лығы ҡушыуы буйынса башҡарылды.
Был комплексҡа 951 камера инә. Ҡорамалдар һүрәтте юғары сифатлы итеп төшөрөү, кешеләрҙе таныу функцияһына, автомобилдәрҙе туҡталҡаларға ҡуйыуҙы контролдә тотоу һәм башҡа сифаттарға эйә.
Өфө ҡалаһы башлығы Өлфәт Мостафин белдереүенсә, был технологиялар полиция хеҙмәткәрҙәренә, оператив һәм коммуналь хеҙмәттәргә уңышлы эшләргә булышлыҡ итә. Ул мониторинг системаһына күмәк кеше ҡатнашлығында саралар уҙған урындарҙы, шулай уҡ Сипайлово биҫтәһен өҫтәп, видеокүҙәтеү эшмәкәрлеге зонаһын киңәйтергә тәҡдим итте.

Министр “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә урынлаш­тырылған камералар системаһын камиллаштырыу иҫәбенә комплекс мөмкинлектәрен киңәйтеп буласағын аңлатты. Республика Башлығы, был эште ныҡлы өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тәҡдимде хупланы.
Инорс биҫтәһендәге йәмәғәт транспорты өсөн “аҡыллы” туҡталыштар “Хәүефһеҙ ҡала” программаһының бер өлөшө булып тора: улар видеокамералар һәм ашығыс саҡырыу системаһы менән йыһазландырылған. Республика Башлығы заман туҡталышының нисек эшләүен үҙе һынаны: “саҡырыу төймәһе”нә баҫып, “112 хеҙмәте” диспетчеры менән аралашты.
Радий Хәбиров эш сәфәре барышында ҡаланың Ферин урамындағы торлаҡ комплексы биләмәһендәге полиция участкаһы пунктына инеп сыҡты. Яңы пунктта Йәмәғәт хәүеф­һеҙлеге үҙәге инспекторы һәм хеҙмәт­кәренә уңайлы эш урындары булды­рылған, “Хәүефһеҙ ҡала” системаһына инеү мөмкинлеге лә бар. Әйткәндәй, ошо системаны сафҡа индереү һөҙөмтәһендә, Инорста енәйәтселек 40 процентҡа кәмегән. Республика етәксеһе үҫмерҙәр араһындағы криминаль хәл менән дә ҡыҙыҡһынды.
Инорстағы 345 урынға тәғәйен­ләнгән яңы балалар баҡсаһы ла иғти­барҙан ситтә ҡалманы. Республика етәксеһе коллектив менән осраш­ҡанда үҙҙәрен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған хеҙмәткәрҙәргә мөһим һәм кәрәкле хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте.
Өс ҡатлы бинаның майҙаны 4,5 мең квадрат метр тәшкил итә, ул 15 төркөмгә иҫәпләнгән, заманса шарттар ҙа булдырылған. Тышҡы биләмә­һендә лә бөтә уңайлыҡтар бар – уйын, ял итеү һәм физкультура өсөн майҙансыҡтар йыһазландырылған. Балалар баҡсаһы мөдире Әлфиә Ғилметдинова учреждениеның киләһе аҙнанан эш башлаясағын белдерҙе.
Мәғлүм булыуынса, был объект белем биреү үҙәгенең бер өлөшө булып тора, бында тағы ла 1 650 урынлыҡ мәктәп барлыҡҡа килергә тейеш. Республика етәксеһе иһә уны төҙөү планы менән ҡыҙыҡһынды.
Радий Хәбиров “Ҡашҡаҙан” һәм “Первомайский” ҡала парктарын төҙөкләндереү барышы менән дә танышты. Ҡала мэры Өлфәт Мостафин был эштәрҙең быйыл тамамланасағы һәм ғаилә менән ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү кеүек уңайлыҡтары булған заманса биләмә барлыҡҡа киләсәге хаҡында белдерҙе. Ҡашҡаҙан күлен дә таҙартасаҡтар, унда ҡоштар йөҙәсәк. Радий Хәбиров бында ресторан һәм кафе урынлаштырыу мөмкинлектәрен дә ҡарарға тәҡдим итте.

Читайте нас