“Башинформ” агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, улар хеҙмәт баҙарында ныҡлы урын тота, эш хаҡтары ла ярайһы юғары. Күсемһеҙ милек менән эшләү өлкәһендә уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы 70 мең һум. Өҫтәүенә проценттар ҙа түләнеүе мөмкин. Риэлтор булырға теләүселәр 50 мең һумлыҡ хеҙмәт хаҡына ла ризалыҡ белдерә.
Талаптар ҙур: юғары белем, грамоталы телмәр, ышаныслы һөйләү, мобиллек, оперативлыҡ, бер нисә бурысты бергә атҡарыу оҫталығы. Ғәжәп, конкурентлыҡ ҙур түгел, теләгәндәр һөнәрҙе үҙләштерә ала. Тик өйрәнергә, уҡырға тура киләсәк, эш биреүсенең талаптары бик юғары, сөнки профессия үҙенсәлекле. Бөтә яуаплылыҡ һинең өҫтөңдә, әүҙемлек, ойошҡанлыҡ та һинән тора, тәүлегенә 24 сәғәт эш өҫтөндә...
Иң мөһиме – хеҙмәтеңде намыҫ мнән башҡар, мутлыҡҡа барма, ти күпте күргән белгестәр. Беҙгә ризалашырға ғына ҡала.