Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Рәсәй студент отрядтары көнө уңайынан тантаналы саралар үтте. Унда Башҡортостан студент отрядтары ағзаларынан, йәшлек йылдарын ошо өлкәгә бағышлаған ветерандарҙан тыш, үҙе лә заманында студент отрядтары сафында булған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Ул башта Башҡортостан студент отрядтары командирҙары менән осрашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Аҙаҡ алып барыусылар барыһын да тамаша залында сәләмләне, дәүләт һәм студент отрядтары флагтары сәхнәгә күтәрелгәндән һуң, һүҙҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров алды.
“Был залда миңә күп тапҡыр сығыш яһарға тура килә, әммә бөгөн айырыуса тулҡынланам, хеҙмәттәштәрем әҙерләп биргән сәләмләү һүҙҙәрен уҡып тормайым, – тине ул, сығышын башлап. – Рәсәй студент отрядтарына булған тойғо үҙенә бер башҡа, ул һәр бер отряд ағзаһында барҙыр, сөнки был эшкә беҙ йәшлегебеҙҙең бер өлөшөн бағышлайбыҙ. Был осор беҙҙең хәтерҙә иң сағыу, саф хәтирәләр булып ҡалған, сөнки беҙ үтә йәш инек. 18-19 йәш. Тәүге хеҙмәт юлын башланыҡ, тәүге тапҡыр ғәҙәти булмаған мөхиткә юлыҡтыҡ, йәш булыуыбыҙға ҡарамаҫтан үҙебеҙ, отрядыбыҙ өсөн яуаплылыҡ тойғоһо кисерҙек, бер-беребеҙгә ярҙам итергә, бер-беребеҙҙе аңларға, дөйөм эшкә өйрәндек.
Студент отрядтарында хеҙмәттән бигерәк, иң тәүҙә берҙәмлек тойғоһо мөһимерәк булғандыр. Отряд эсендә дуҫлаштыҡ, ғашиҡ булдыҡ – был ойошмала меңләгән яңы ғаилә барлыҡҡа килде. Хәтирәләр шундай яҡты, шуға күрә бөгөнгө сараға саҡырғандары өсөн ҙур рәхмәтлемен. Сәхнәләге фотоһүрәттәргә ҡарап, ваҡыт машинаһында шул саҡтарға кире ҡайтҡандайбыҙ.
Студент отрядтарының бөгөнгө ағзаларына мөрәжәғәт итеп, барығыҙҙың да был тормош мәктәбен үтеүегеҙҙе теләйем. Һуңғы йылда республикабыҙҙа был ойошма яңынан тергеҙелеүе бик шәп күренеш.
Студент отрядтары – ул бар ғүмергә етерлек дуҫлыҡ. Был отрядтарҙа эшләү яңы бейеклектәргә этәрә, үҙеңдә ыңғай сифаттарҙы табырға ярҙам итә, шәхестең үҫеүенә сәбәпсе булып тора. Мәҫәлән, әле залда ултырған Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов - ваҡытында ошо уҡыу йорто отряды, ә мин Башҡорт дәүләт университеты отряды командирҙары инек. Ауыл хужалығы университетының отряд командиры ауырып китте. Нефтекамала уны дауалайҙар, әммә алға китеш һиҙелмәй. Шул ваҡытта ла, хәҙер ҙә тетрәнәм: өсөнсө курста уҡып йөрөгән Валентин Николаевич ауырыуҙы ҡараны ла, ҡапыл ҡарауыл һуға башланы. Беҙ тиҙ арала машина саҡырҙыҡ, командирға операция эшләнеләр. Һөҙөмтәлә, уның һуҡыр эсәге шартлау хәлендә булған. Әлеге мәлдәге профессор, ғалим, ул ваҡыттағы студент Валентин Павлов кеше ғүмерен ҡотҡарҙы”.
Радий Хәбиров студент отрядтары ветерандарына, бөгөнгө көндә был ойошманы тергеҙеүгә, уны үҫтереүгә ҙур өлөш индергән йәштәргә маҡтау грамоталары тапшырҙы.
Рәсәй студент отрядтары көнө БДУ, БДПУ, БДАУ, ӨДНТУ, ӨДАУ кеүек юғары уҡыу йорттары отрядтары әҙерләгән сағыу байрам концерты менән тамамланды.