Йәмғиәт
18 Февраля 2020, 13:08

Улар йәш быуынды эш урындары менән тәьмин итә

Бөгөн Өфөлә Рәсәй студент отрядтары көнө уңайынан тантаналы йыйылыш үтә.

1959 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының физика факультетынан 339 студент йәйге каникул мәлендә Ҡаҙағстанға сиҙәм күтәреүгә юллана. Төбәктең төньяҡ өлөшөндәге совхоздарында йәштәр 16 объект төҙөй. Тап был ваҡиға Рәсәй студент отрядтары эшмәкәрлегенә нигеҙ булып тора.


Бөгөнгө көндә Рәсәй студент отрядтары – юғары һәм махсус уҡыу йорттарында белем алғандарҙы йәйге һәм ҡышҡы каникул мәлдәрендә ваҡытлыса эш урындары менән тәьмин иткән, бөтә ил студенттарын туплаған ҙур ойошма. Рәсәй студент отрядтары ярҙамында йәштәр сәнәғәт һәм ауыл хужалығы объекттарынан тыш, ҡунаҡхана комплекстарында һәм алыҫ юл поездары кеүек хеҙмәт­ләндереү өлкәләрендә, санаторий, ял лагеры кеүек урындарҙа эшләй.
Тарихҡа күҙ ташлаһаҡ, студент отрядтарында иң тәүҙә төҙөлөш, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт тармаҡтары барлыҡҡа килә. 1932 йылда Урал һәм Волга буйында беренсе булып Ишембай ерендә нефть етештерелә башлай. Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙа был өлкә яңы көстәргә, яңы белгестәргә мохтажлыҡ кисереү сәбәпле, төрлө уҡыу йорттары асыла, һөҙөмтәлә студенттар һаны үҫә.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа илде аяҡҡа баҫтырыу сәйәсәте иҡтисадты үҫтереү, күмәк хужалыҡтар төҙөү, ауыл хужалығын күтәреү бурыстарын ҡуя. “Сиҙәм күтәреү” күренеше лә ошо йәһәттән барлыҡҡа килә.
Республикабыҙҙағы Беренсе студент отрядтары уҙған быуаттың 60-сы йылдары урталарында Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт авиация һәм Өфө дәүләт нефть институттарында төҙөлөш өлкәһендә эш башлай. 1968 йылда хасил булған беренсе интернациональ студент отрядтары Герман демократик илдәренең Галле округына ебәрелә.
Етмешенсе йылдарҙа студент төҙөлөш отрядтары Белорет – Шишмә тимер юлын һалыуҙа ҡатнаша, Мәләүез химик, Октябрьский ҡалаһындағы “Автоприбор” заводтарын һәм башҡа объекттарҙы төҙөүҙә үҙ өлөшөн индерә.
Бөгөнгө көндә Башҡортостанда студент отрядтары төҙөлөш, мәғариф, хеҙмәтләндереү, ауыл хужалығы, тәбиғәтте ҡурсалау, һаулыҡ һаҡлау, ирекмәнлек, вагон ҡараусылар, ҡарлы десант, киң мәғлүмәт бүлектәре буйынса эшмәкәрлек алып бара.

“Башҡортостан студент отрядтары” йәмғиәтен Иглин ҡыҙы, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡортостандың дәүләт йәштәр сәйәсәтенең маҡтаулы хеҙмәткәре Ирина Сухарева етәкләй. 2014 йылда уны Рәсәй Мәғариф министрлығы Ҡазанда үткән студент отрядтары команда составының өлкә мәктәбенә саҡыра.
“Миңә ундағы мөхит шул тиклем оҡшаны, – тип иҫкә ала Ирина, – электән килгән традициялар, кейемдәр, алға, яңыны төҙөргә ынтылыш... Студент төҙөлөш отрядтары хәрәкәте хаҡында күптән белә инем, “Өфө-Галле” алышыныуында ҡатнашырға ла насип булды. Был хәрәкәт менән студент отрядтарының ветераны Марина Куликова шөғөлләнә. Әйткәндәй, ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бер отрядта булған. Уның йәшлек йылдары, ул саҡтағы хәтирәләрен тыңлап, миндә лә был өлкәгә һөйөү уянды”.
Рәсәй студент отрядтарының Башҡортостандағы ойошмаһы 2015 йылда яңы йүнәлеш буйынса үҙ эшен башлай. Бөгөнгө көндә республика буйлап 70 отряд һанала, улар үрҙә атап үтелгән һигеҙ йүнәлеш буйынса эш алып бара, ойошмала ике меңдән ашыу студент, Өфө дәүләт авиация, Башҡорт дәүләт педагогия, Башҡорт дәүләт аграр университеттарында йөҙәр кешенән торған иң көслө штабтар эшләй.
Студент отрядтарының девизы ябай, әммә ойошманың бар эшмәкәрлеген сағылдырыусан: “Хеҙмәт – ул текә!” Күп нәмә өмөт итеп тә, күңел биреп, тырышып эшләргә теләмәгәндәр бында берегеп китә алмай, әлбиттә. Ойошмала тороу өсөн ғариза менән 300 һум взнос килтереү генә етмәй. Вожатый, вагон ҡараусылар, төҙөүселәр махсус уҡыуҙар үтә, уларҙың эш урындарынан сертификаттар талап ителә. Студенттарҙы шулай уҡ йәмәғәт, ирекмәнлек эштәрендә лә һынауҙар көтә. Айырым талап – сәләмәт тормош алып барыу, ҡоро закон.
Башҡортостан студент отрядтары – төрлө проекттар авторы ла. Уҙған йылдың яҙында улар Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы тарафынан “Студент” диспетчерлығы” мобиль ҡушымтаһы өсөн 451 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ була.

Был мобиль ҡушымта бер нисә сәғәт эсендә аҡса эшләп алырға теләүселәр өсөн уйлап табылған. Әлеге ваҡытта эш тәҡдим итеүселәр һәм эш эҙләүселәрҙән мәғлүмәттәр йыйыла: даими рәүештә бала ҡараусылар, промоутерҙар, йыйыштырыусылар, бер тапҡыр үткәрелә торған сараларға официанттар, репетиторҙар, йөк тейәүселәр, төрлө эш башҡарыусылар кәрәк.
Ойошма шулай уҡ “Иволга” йәштәр форумында бала ҡараусылар отряды өсөн 151 мең һум ота. Был отрядтың үҙенсәлекле талаптары бар: кескәйҙәрҙе яратҡан студенттар психолог, педагог, врач белемле булырға тейеш.
Быларҙан тыш, Башҡортостан студент отрядтарының Дим биҫтәһендәге “Мастер ОК” балалар үҙәге, киң мәғлүмәт саралары үҙәге өсөн “Чик-чирик” фотостудияһы, шефлыҡ ғаиләләр өсөн “Яҡын кешеләр” проекттары эшмәкәрлеге киң йәйелдерелгән.

Бөгөн Башҡортостан студент отрядтары Рәсәй студент отрядтары көнө уңайынан “Торатау” конгресс-холында ҙур сара ойоштора. Тантаналы өлөштән тыш, унда студент отрядтары эшмәкәрлегенең төрлө тармаҡтары йәрминкә лә үткәрәсәк.

Читайте нас