Ҡариҙел ауылына килеп ингәс тә, уның төҙөк, күркәм йорттарына иғтибар итәһең, социаль объекттарҙың да тирә-яҡты йәмләп ултырыуын күреп, күңел күтәрелә. Ысынлап та, район үҙәге әле төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә. Тимәк, бында тырыш, уңған, алтын ҡуллы оҫталар йәшәй, район етәкселеге лә халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу маҡсатында байтаҡ эш башҡара тигән һүҙ.
Ҡариҙел ауылындағы тормошто бөгөн һис икеләнеүһеҙ ҡаланыҡынан бер ҙә ҡайтыш түгел тип билдәләргә була. Бында, яңы социаль объекттар сафҡа индерелеү менән бер рәттән, иҫкеләре лә яңыртыла, капиталь ремонттан һуң күп кенә биналар, заманса төҙөлөш материалдары менән төҙөкләндерелеп, яңы һулыш ала. Мәҫәлән, район үҙәгендәге 1-се балалар баҡсаһы капиталь ремонттан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Бөгөн баҡсалағы тормош әкиәт донъяһы кеүек, хатта башҡа балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ҙә нәҡ ошонда белем, тәрбиә алырға теләк белдерә.
– Ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барһын инде, ата-әсәләрҙең, кескәйҙәрҙең һөйөнгәнен күреү үтә лә шатлыҡлы. Әлбиттә, быға тиклем тышҡы яҡтан иҫкергән, эстән дә таушалған баҡсала эшләргә тура килде. Шөкөр, хәҙер байрамға кеүек эшкә киләбеҙ, – ти балалар баҡсаһы мөдире Оксана Николаевна Чистякова.
Әйткәндәй, балалар баҡсаһын капиталь ремонтлауға 12 миллион һумға яҡын аҡса сарыф ителгән. Объектты “Строй-инвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән Мукамил Шәйхетдинов етәкселегендәге төҙөлөш ойошмаһы төҙөүселәре ойошҡан рәүештә башҡарып сыҡҡан. Баҡсаның тышҡы, эске яҡтары тулыһынса ремонтланған, ҡыйығы яңыртылған, заманса тәҙрәләр, һыу үткәргестәр, йылылыҡ торбалары ҡуйылған. Иҙәндәр ҙә бөгөн ялтырап ята. Яңы санузелдар урынлаштырылған, заманса йыһазландырылған. Балалар икенсе ҡаттан беренсе ҡатҡа төшкәндә тайып йығылмаһын өсөн баҫҡыстарға резиналы келәмдәр нығытып ҡуйылған. Бында балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә иғтибар ҙур.
“Төҙөүселәргә ҙур рәхмәт, балаларҙың ҡыуанысы тиҙерәк тормошҡа ашһын өсөн, ҙур көс һалып, ваҡытында һәм бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ атҡарып сыҡтылар. Әлбиттә, ата-әсәләр ҙә, тәрбиәселәр ҙә ярҙам ҡулы һуҙҙы”, – ти балалар баҡсаһы мөдире.
Бөгөн балалар иркен, яҡты, зауыҡ менән биҙәлгән баҡсала тәрбиә һәм белем ала. Әле бында 133 бала алты төркөмдә тәрбиәләнә. Ә бер төркөмдә балалар һаулығын ғына нығыта, уны яратып “шифалы” тип атайҙар. Бында 25 кеше эш урыны тапҡан. 13 тәрбиәсе балаларға һәр яҡлап тәрбиә бирә. Бынан тыш, махсус белемле музыка етәксеһе, физкультура буйынса инструктор һәм уҡытыусы-логопед кескәйҙәрҙең аң белемен, физик һәләтен, сәләмәтлеген нығытыу, телмәрен үҫтереү, художество-эстетик яҡтан тәрбиәләү буйынса шөғөлләнә.
Бынан 40 йыл элек сафҡа индерелгән бина менән бөгөнгө баҡса араһында, әлбиттә, күп кенә айырмалыҡтар күҙгә ташлана. Тәрбиәселәргә лә, балаларға ла рәхәтләнеп эшләргә, ижад итергә, тәрбиә һәм белем алырға бөтә уңайлы мөмкинлектәр булдырылған.
– Балалар – киләсәгебеҙ, ҡыуанысыбыҙ, шуға ла яңы бинала улар һау-сәләмәт үҫһен, бәхетле булһын, тәрбиә алһын, – тине балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.