Йомабикә Ильясова менән гәзит уҡыусыларҙы таныштырып тораһы түгел: республика халҡы уны фиҙакәр булмышлы, әүҙем дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ ҡына түгел, шиғри һүҙгә маһир, самими ижади булмышының төрлө сағылыштары менән хайран ҡалдырған йор һүҙле шағирә, йәшәйештең көнүҙәк мәсьәләләрен осло ҡәләменә элеп ала белгән тәжрибәле журналист тип тә белә. Шул уҡ ваҡытта ул иҫ киткес нәзәкәтле, зауыҡлы ҡатын-ҡыҙ ҙа, йөрәгендә иң йылы тойғоларҙы бәпләгән әсәй ҙә, күңеле наҙға ғына тулы өләсәй ҙә... Ҡыҫҡаһы, Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙының мең сағыу сағылышын, мең уйын бөгөнгө әңгәмәгә һыйҙырырға тырыштыҡ.
– Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы, әүҙем йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрлегенән бер аҙ ситләшкәс, ниндәй хис-тойғо кисерҙегеҙ? Ғәфү итегеҙ, ярышта сабып барған юртаҡты туҡтатҡандағылай, тынысһыҙлыҡ һәм арығанлыҡ тойғоһомо, әллә, киреһенсә, ниһайәт, үҙ-үҙеңдең рухи һәм донъяуи ихтыяждарыңа күберәк ваҡыт бүлеү ихтималлығы барлыҡҡа килгәнде аңлап, һиллек, ҡәнәғәтлек хистәренме?
– Һәр эшмәкәрлекте ваҡытында матур итеп тамамлап ҡуйыу ҙа мөһим, ниһайәт, мөкиббән ижадҡа сумырмын, ғаиләм дә иғтибарлыраҡ мөнәсәбәткә мохтаж тип, белеүегеҙсә, үҙ теләгем менән тотошлайға хаҡлы ялға сыҡтым.
Тәүҙәрәк, әлбиттә, олоғара йөк иңдән төшкәндәй тойолдо, ҡанатланып осорҙай булып йөрөнөм. Бер аҙҙан, ваҡытты сәғәткә ҡарамайынса ла дөрөҫ билдәләп, көндөң һәр мәлен теүәл бүлеп өйрәнгәнгәлер, күнегелмәгән һиллектә үҙемде һауа етмәгәндәй хис итә башланым.
Ә бит мин буш ултырманым. “Миҙгелдәр аша” тип исемләнгән өр-яңы шиғыр китабымды әҙерләнем, ул яңыраҡ Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күрҙе. Әсәй генә түгел, өләсәйгә хас мәшәҡәттәрем дә бар. Әммә мин әлегәсә эштә йорт хәстәрҙәренән, өйҙә эштәге көсөргәнештән ял итеп, йоҡо иҫәбенә шиғыр яҙып йәшәнем. Шул арҡала тормоштоң матур яҡтарына таянып, һәр кемде барынса ҡабул итеп күнеккәнмен. Кире күренештәргә йәки үҙ яҙмышымдың кителеберәк киткән саҡтарына борсолоп йөрөрлөк форсат та бик булманы. Ул арала ауырлыҡтар ҙа нисек килгән, шулай эргәнән китә торҙо.
Бына хәҙер ваҡлыҡтар ҙа ҡайһы саҡ күңелде биләй, һис кенә лә кәрәкмәгән әрнеү йөрәкте ҡуҙғыта, хатта үпкәләү, юҡ-бар шиктәр ҙә яралып ҡуя. Мин уларға булмышымды ваҡытлыса яуларға ла ирек бирмәйем. Донъяға элеккесә ҙур үлсәмдәр аша ҡарарға тырышам. Шул уҡ ваҡытта был хистәр самалы миҡдарҙа ижад кешеһенә кәрәк икәнен аңланым.
Элегерәк классиктарҙың бәндә кисерештәрен үтә нескә сағылдырыуына хайран ҡала торғайным. Әле бының бик тә мөмкин икәнен, әҙип тормоштоң гүзәллеген генә түгел, түбәнлеген дә татығанда килә торған аҡыл булғанлығына төшөндөм. Тик шулай ғына Толстой, Достоевский әҫәрҙәре һымаҡ, барса кешелек өсөн фәһемле йәшәү дәрестәренә тиң әҫәрҙәр тыуалыр. Шуныһы йәл: ғүмер бигүк оҙон түгел, бик күпкә өлгөрәһе килә. Һиллектә бер аҙ ғазапланып алғас, алдымда торған эштәрҙе барланым. Улар байтаҡ йыйылған.
Сер түгел – пенсияға сығыуҙы һәр кем үҙенсә кисерә. Тормоштағы һәр үҙгәреш, һайлап алаһыңмы уны, әллә яҙмыштың бер бөгөлө буламы, үҙенә күрә һынау ҙа ул. Ваҡыты еткәс, ер аҫтынан урғып сыҡһа ла, ағышын тапҡан йылға ише үҙ шифаһы, ташҡындары һәм боҙо менән йәшәйешеңдең өлөшөнә әйләнә. Миңә лә ғүмер даръяма килеп ҡушылған яңы инеш – әлеге мәлем көндәремде нурлап торған ҡыуаныстары ғына түгел, һағыш-юғалтыуҙары менән дә ҡәҙерле.
Әлеге ваҡытта матбуғатта оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә йыйылған мәҡәләләремде китап итеп әҙерләйем. Яңы бер әҫәремде башлап торам. Шиғырҙарымды рус теленә тәржемә итеү менән шөғөлләнәм. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе эргәһендәге кәңәшселәр советы ағзаһы булыу ҡануниәт өлкәһендәге тәжрибәмде файҙаланырға ярҙам итә. Донъя әҙәбиәте хазиналарын уҡырға тырышам. Эске үҫеш, рухи үҫеш һәр йәштә лә мөһим.
– Ҡәҙимге кешеләрҙән айырмалы рәүештә, шағир тормошҡа, нисек кенә булмаһын, барыбер икенсе күҙлектән баға, һәр ғәмәлде башҡа үлсәүгә һалып үлсәй. Килешәһегеҙме? Үҙегеҙгә генә түгел, башҡаларға ла бағышланған әүҙем тормош юлығыҙҙа ошо сифат ярҙам иттеме, әллә, киреһенсә, ауыр кисерештәргә дусар ҡылдымы? Ни тиһәң дә, беҙҙең тормош тик юғары төшөнсәләрҙән тормай, социаль-ижтимағи проблемалар етерлек...
– Шағирәлек – ысындан да, айырым бер өҫтәлмә сифат. Ул гел һоҡландырмайҙыр, тип уйлайым. Был һыҙатҡа дыуамаллыҡ та хас, ҡайһы саҡта ололар араһында йөрөгән бала кеүегерәк тә үҙеңде тояһың. Ғәҙәти көнитмешең эргәһендә шағирәлегең йөрөй.
Һауала осҡанда, һыуҙа йөҙгәндә аҡҡош ниндәй гүзәл! Ярға сығып, аяҡ баҫһа, ябай йорт ҡаҙылай килбәтһеҙгә әйләнә. Шағирә тормошта ярҙа йөрөгән шул аҡҡош кеүек, был бисара хәленә йәне көйөүе лә ихтимал. Шулай ҙа ул рухы менән көслө. “Шағирәгә” тигән бер шиғырымда ошондай юлдар бар:
Һәр шағирә, әлбиттә, үҙенсәлер. Фекерем менән кемдер килешмәҫ. Мин булмышымдағы шағирә тураһында әйтәм. Бигерәк тә ғаилә ҡороп, әсәй булғас, көллө ғаләмгә шағирәлегеңде инҡар итергә тырышаһың. Йәнәһе лә, һинең дә өйөң таҙа, аш-һыуың тәмле, балаларың ҡараулы. Был ынтылышта сама белмәй, бүтән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ла күберәк йөк алып бөтәһең.
Эш урыныңда ла үҙеңде шағирәләргә хас ихласлыҡ менән иҫбатларға тотонаһың. Әлеге шул балалыҡ: күрәһегеҙме мине, күрәһегеҙме, тигән кеүек.
Урта йәштәрҙе үткәс, аҡыл килә, әлбиттә. Шуға ла Блоктың “Поэзия – удел юности” тигән һүҙҙәрендә ҙур хаҡлыҡ бар.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналына баш мөхәррир итеп тәғәйенләнгәндә, миңә 41 йәш ине. Шағирәлегем йөрәгемдең иң төпкөлөнә йәшенеп өлгөргәйне. Шуға ла мин бүтән хеҙмәттәштәремдән әллә ни айырылманым. Ә инде бөтә республика ҡатын-ҡыҙҙары ярҙам һорап килә башлағас, улар мине үҙемдән көслөрәк булырға өйрәтте. Алдыма ҡуйған бурыстары менән сәйәсәткә алып инделәр.
Ике саҡырылыш республика парламентында эшләнем, биш йыл вице-спикер вазифаһын башҡарҙым. Дәүләт алдындағы бурысымды лайыҡлы үтәнем, тип уйлайым. Һәр хәлдә һайлаусыларым минән ҡәнәғәт ҡалды. Шағирәлегем дә ыңғай яҡтан булышлыҡ күрһәтте.
Һәр дәүерҙә лә кеше, шағирәме ул, ябай гражданымы, сәйәсмәнме, үҙ заманы тыуҙырған киҫкен хәлдәрҙән, тетрәнеүҙәрҙән азат түгел. Коллективлашыу, шәхес культы, Бөйөк Ватан һуғышы, үҙгәртеп ҡороуҙар бер генә ғаиләне лә урап үтмәүе тәбиғи. Төрмәгә ябылған Һәҙиә Дәүләтшина, яу юлдарын үткән Юлия Друнина менән сағыштырғанда, беҙ кисергән социаль-ижтимағи проблемаларҙа иңде йә күңелде һындырырлыҡ бер ауырлыҡ та юҡ.
“Атлап барған төҫлө, гүйә,
Ғәҙелһеҙлек көсөнән”, – тип яҙғайным мин, Һәҙиә Дәүләтшинаға бағышлап. Тимерҙәй ирҙәрҙе өҙгән аяуһыҙлыҡ сәскә кеүек нәфис әҙибәнең эске һәм тышҡы балҡышын, киреһенсә, көсәйткән генә. Ирекһеҙҙән Туҡайҙың: “Төн ҡараңғыраҡ булған һайын, нығыраҡ балҡый йондоҙ”, – тигәне иҫкә төшә.
– Ниндәй ҡиммәттәр һеҙҙең өсөн иң өҫтөнө? Йәки улар тормоштағы хәл-ваҡиғалар, күренештәр үҙгәреүенә, йәшәйеш ыңғайына тупланған тәжрибәгә ҡарап үҙгәреп торорға тейешме? Нисек уйлайһығыҙ?
– Айырым шәхес һәм кешелек өсөн дә иң мөһиме – мәңгелек ҡиммәттәр, кешене кеше итеүсе сифаттар. Улар үҙгәрмәй. Ниндәй генә яңы матур гөл орлоҡтары уйлап тапмаһындар, улар бер үк мәңгелек тупраҡһыҙ шытым бирмәй.
Алда әйткәнебеҙсә, ниндәй генә заманда ла, ер тетрәүенә тиң тетрәнеүҙәр аша үткәндә лә, намыҫ, әҙәп, изгелек, уңғанлыҡ, үҙ тыуған ереңә һөйөү һымаҡ төп төшөнсәләрҙе юғалтмай, килер быуындарға тапшырыу – һәр беребеҙҙең мөҡәддәс бурысы.
– Шағир булмышы нескә туҡымаларҙан туҡылһа, ҡатын-ҡыҙ шағир икеләтә нескәрәк, гәлсәр һауыттай нәзәкәтле һәм тойғоло булалыр тип күҙаллайым. Күптән түгел донъя күргән йыйынтығығыҙҙа, һис шикһеҙ, йөрәкте ярып сыҡҡан әсенеүле юлдар ҙа, күкрәккә һыймаған ҙур хистәрҙе сағылдырған наҙлы шиғырҙар ҙа бар...
– Шиғыр бит ул. Шиғыр донъяны камил итеп күрергә теләй. Был талпыныу шағирҙы һыҙландыра. Назар Нәжми әйтмешләй, был оло һыҙланыу – шиғриәттең төп нигеҙе. Бәлки, шуның өсөн дә шиғыр яралыуы ғаләм төпкөлөндә йондоҙҙар ҡабыныуы һымаҡ уҡ йыһан серелер. Бәлки, шағир аша Күк үҙе өндәшәлер, кем белә...
Мәҫәлән, үҙемә шиғыр килеүен бөтә тәнем менән тоям, әйтерһең, миңә ниндәйҙер уҡмашҡан көс, ҡөҙрәт килә, асылда ул һүҙ ҡөҙрәте. Уны, тыуасаҡ шиғырҙы, бөгәрләнеп ултырып көтәм, күҙҙәремде сытырҙатып йомам, бар әйләнә-тирә юҡҡа сыға, мин һәм шиғыр ғына ҡала был мәлдә. Шуға ла был юлдар сәмләндерә, әйҙәй. Шиғриәттең төп хаҡы ла, асылы ла, тәғәйенләнеше лә был.
– “...Көн менән төн ҡауышҡандай,
Ҡараңғылыҡ – бер тарафта,
Бер шиғырығыҙҙа ошондай юлдар бар. Битарафлыҡ, үҙ-үҙеңде генә хәстәрләү кеүек төшөнсәләр, ғөмүмән, заман күренеше, килешәһегеҙме? Был – иң киң һәм тар күҙлектән баҡҡанда ла, йәмғиәт тарҡаулығына килтергән үҙенә күрә бер бәлә. Ә һеҙ ошо шиғыр юлдары менән башҡаларҙы сәмләндерәһегеҙ, хатта оялтаһығыҙ кеүек...
– Үҙеңде хәстәрләү тураһында фекер йөрөткәндә, башҡалар иҫәбенә булмаһа, бер хилафлығы ла юҡ. Әгәр һәр кем үҙен, ғаиләһен хәстәрләһә, бүтәндәргә ауырлығын һалмаһа, социаль проблемалар ҙа кәмер ине.
Ә йәмғиәттең төрлө ҡарашлы, күп яҡлы булыуы тарҡаулыҡ түгелдер ул. Артыҡ бер бөтөн булып уҡмашҡан совет йәмғиәтен, бөтә һәйбәт яҡтарын таныған хәлдә лә, шәхесте тотош ҡәнәғәтләндергән мөхит тип атай алмайбыҙ.
Бөгөнгө йәмғиәтте битарафлыҡта ла бигүк ғәйепләп булмай. Мөмкинлеге сикләнгәндәргә, ауырыуҙарға, мохтаждарға ярҙам итеүсе фондтар барлыҡҡа килде, ошо йүнәлештә эшләүсе йәмәғәт ойошмалары бар. Әлбиттә, әлеге осор кешене ныҡлыҡҡа һынай. Белем менән, аҡылы менән, уңғанлығы менән, холҡо менән көслө кешеләр заманы. Сыныҡтыра торған дәүер. Был технологияларҙың йылдам үҫешенә лә бәйле. Ни хәл итәһең, заманды ваҡыт тыуҙыра, ә шиғриәт – мәңгелек.
Ысындан да, мин хәҙер донъяны бар бөтөнлөгөндә ҡабул итеүсе йәштәмен. Уның иң моңһоу мәлдәрендә лә йәшәү бәхетен күрәм. Ҡартлыҡ тураһындағы шиғырҙарымды яратам. Беҙҙең шиғриәттә ғүмерҙең был осоро хаҡында һирәгерәк яҙыла. Уның аша бик тәрән уйланыуҙарҙы бирергә була.
– Шағирәнең иң ҙур хыялы ниндәй булыуы ихтимал? Йәшәгән йылдар һөҙөмтәһе, тупланған тормош тәжрибәһе, тормоштағы тотороҡлолоҡ, ғөмүмән, күңелендә һәр саҡ ниндәйҙер кимәлдә саф күңелле бала булып ҡалған шағирәнең хыялдарын тоноҡландырмаймы? Хыялланыу һәләте – үҙе бер мөғжизә, минеңсә...
– Бер шиғырым: “Донъя миңә яңы яраламы?” – тип башлана. Һәр шағир өсөн дә донъя өр-яңынан ярала: уның һоҡланыуы, уның һиҙемләүе аша... Бының өсөн, әлбиттә, балаларса ғәжәпләнә, хайран ҡала белеү ҙә кәрәк. Шунһыҙ күнегелмәгән матурлыҡты абайламайһың, бары һинең күҙеңә, ҡолағыңа салыныр өсөн тыуған өн, күренеш юғала.
Был – шағирҙың тәбиғи күңел торошо. Әйтәйек, ҡоштар беҙҙе һоҡландырыу өсөн осоп йөрөмәй. Осош – уларҙың йәшәү рәүеше.
Хыялдарым балаларыма, ейәндәремә бәйле. Ә үҙемә инде был йәштә ниндәйҙер маҡсаттар ғына билдәләй алам.
– “Йыуатмасы мине, көҙгө япраҡ” бүлеге хаҡында һүҙем. “Яҙмыш һынай мине...”, “Һуңғы өмөтөң һүнгәндә...”, “Ғәйепләүҙәр”, “Быуат үкенесе” кеүек нескә кисерештәрҙе сағылдырған юлдар бар. Ғөмүмән, был бүлек шағирә булмышындағы ниндәйҙер һынылышты икенсе, бейегерәк рухи кимәлгә күсеүҙе сағылдырғандай тойолдо. Әммә бер генә күсеш тә ғазап-һағыштарһыҙ булмайҙыр, күрәһең. Килешәһегеҙме?
– Әлбиттә, күп нәмәләр уйландыра. Алтын өҫтөндә ултырып, бар хазинаһы алынып бөткәс, ташландыҡ хәлдә етемһерәп ҡалған ауыл, уның осто осҡа саҡ ялғап көн күргән кешеләренең, бер яҡтан, сабырлығына хайран ҡалһам, икенсе яҡтан, уларҙың был яҙмышына үҙем ғәйепле һымаҡ уңайһыҙланыуым әлегәсә йәнемде әрнетеп тора. Беҙҙә генә түгел, тотош донъяла ла һәм һәр быуатта ла ерҙең хужаһы берәү генә: ул – ҡомһоҙлоҡ.
Ил өсөн ауыр мәлдәрҙә барса ҡаҙылма байлыҡтар киләсәгебеҙҙе һаҡлар тереһыу булғандыр. Тик бушап ҡалған бындай урындарҙы хәйерселектә ҡалдырмау сараһын да күрергә мөмкин бит.
Бәләкәй төбәгебеҙ генә түгел, Ер шары үҙе лә вәхшилектән яфалана. Планетабыҙ көн һайын күпме ағыу ҡабул итә һәм, үҙен үҙе таҙартып, беҙҙе һаман һаҡлап маташа.
Эшләгән сағымда космонавтар менән аралашырға насип булды. Улар, йыһандан күҙ һалһаң, Ер тибеп торған йөрәк кеүек, ти. Шул йөрәк шартлап ҡуйһа, ни эшләрбеҙ?..