Йәмғиәт
19 Февраля 2020, 16:50

Үгәй атаһы менән һыйыша алмағас...

Көпә-көндөҙ бысаҡ менән ташланып үлтерә.

Өфөлә бер ирҙе 11 йылға иркенән мәхрүм иткәндәр. Уны үгәй атаһын үлтереүҙә ғәйепләнә.

Баш ҡаланың Орджоникидзе районы суды 45 йәшлек иргә ҡарата "Үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Асыҡланыуынса, улар бер-береһе менән һыйыша алмай, араларында низағтар йыш була.

Республика прокуратураһы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, 45 йәшлек ир фатирында көпә-көндөҙ үгәй атаһына бысаҡ менән ташлана. Һөҙөмтәлә 61 йәшлек граждан төрлө тән йәрәхәттәре алып, урында уҡ йән бирә.

Был фажиғәнең шаһиты булып ғәйепләнеүсенең әсәһе сығыш яһай. Улы үҙ ғәйебен тулыһынса таный. Суд ҡарарына ярашлы, Өфө кешеһе 11 йыл ғүмерен ҡаты режимлы колонияла үткәрәсәк.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас