Бөгөн, 20 февралдә, баш ҡаланың Шәфиев урамына яҡын урманда ир мәйетен тапҡандары билдәле булды. Уны торлаҡ йорттарҙан 30 метр алыҫлыҡта 16 февралдә үк тапҡан булғандар.Үлгән ирҙең янында бер документы ла булмаған, шуға кем икәнлеге билдәһеҙ. Уға 55-60 йәш тирәһе, тип хәбәр иткәндәр Өфө1.ру-ға.
Ир үҙ-үҙенә ҡул һалған, тигән фараз бар. Шулай ҙа суд-медицина экспертизаһы үткәрелгәс кенә билдәһеҙ ирҙең үлем сәбәбе аныҡланасаҡ.
Яңыраҡ ошоға оҡшаш хәлде хәтерләйһегеҙҙер, тик унда мәйеттең кеҫәһендә ҡатын фотоһы бар ине, шуның буйынса үлгән ирҙең шәхесен асыҡлағайнылар.