Йәмғиәт
21 Февраля 2020, 09:19

Ил таяныр ирҙәр барында...

Тыуған илде һаҡлау – изгеләрҙән-изге һөнәр ул.

Хәрби кейемдәге ир-егет электән һәр кемдә һоҡланыу һәм хөрмәт уята. Ошолай йондоҙло погон тағып йөрөргә бер заман малайы ла хыялланмай ҡалмайҙыр. Әлбиттә, һынын төп-төҙ тотоп атлап китеүе күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятһа ла, ошолар артында күпме рухи һәм физик әҙерлек ятыуын күптәр уйлап та бирмәй. Ә бит бында әллә күпме ауырлыҡты йырып сығырға, хәрби бурыстарҙы теүәл үтәргә, Ватан ҡушҡан һәр эште еренә еткереп башҡарырға, үҙ илеңдең патриоты, үҙеңә генә түгел, башҡаларға ҡарата ла талапсан һәм намыҫлы булырға кәрәк.


Легендар “Офицерҙар” фильмындағы герой әйткәнсә, “Тыуған илде һаҡлау тигән һөнәр бар!” Шундай Тыуған илде һаҡлаған һәм яҡлаған һөнәр эйәләренең береһе – Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт ХӘМИТОВ. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Хөрмәт Хәмит улы, хәрби булыу теләге ҡасан тыуҙы?

– Бала саҡтан. Бәләкәйҙән олатайҙарымдың офицер булыуы менән ғорурланып үҫтем, уларҙың түрҙә эленгән хәрби кейемдәренә һәр саҡ һоҡланып ҡарай торғайным. Шул саҡта үҙемә мотлаҡ хәрби кеше була­саҡмын тигән маҡсат ҡуйҙым һәм шуға өлгәштем дә. Өс олатайым – әсәйемдең ике туған ағай­ҙары – Бөйөк Ватан һуғы­шы ветерандары Әғзәм менән Хәмзә Сөләймәновтар, Зариф Хисмәтуллин офицер погондарын тағып ҡайтһа, шуларҙы күрер өсөн генә булһа ла Әсмә инәйемдәрҙә ҡуна ҡалыр инем.
Беҙҙең быуын балалары йә хәрби хеҙмәткәр, йә космонавт, йә уҡытыусы булырға хыялланды. Шулай уҡ егеттәрҙең бары­һы ла әрмегә барырға ашҡынып торҙо, хатта ҡыҙҙар араһында “һалдат булмаған егет егетме ни?” тигән ҡараш булды.


– Үҙегеҙ ҡайһы яҡта тыуып үҫтегеҙ һәм хәрби юлығыҙ нисек башланды?

– Баймаҡ районының Шүлкә ауылында донъяға килгәнмен. 1959 йылдың февралендә тыу­һам да, әсәйем бер нисә ай үткәс кенә тыуыу тураһында таныҡ­лыҡ алған. Баланы һуңлап яҙҙыртҡан өсөн ауыл хакимиәте өс тин штраф һалған. Мине туғандарым “өс тинлек малай” тип шаярта торғайны.
1966 йылда 1-се Этҡол урта мәктәбен тамамлап, Рязань десант хәрби училищеһына уҡыр­ға барҙым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәләмәтлегем буйынса уҡырға керә алманым. Шулай ҙа күңе­лемде төшөрмәнем, көҙ әрмегә киттем. Ике йыл Украинала хеҙмәт иттем. Бала саҡтан хәрби кеше булыу хаҡында хыял­ланғас, мәктәп йылдарында уҡ спорт менән ныҡлап шөғөл­лән­дем, физик һәм рухи яҡтан көс­лө булып үҫтем. Әрме тормошон­да үҙемде яңынан асҡан­дай булдым. Ысынлап та, хәрби өлкә тартты, ылыҡтырҙы. Хыялымды ғәмәлгә ашырыу маҡса­тында әрменән туп-тура Мәскәү дөйөм ғәскәрҙәр училищеһына уҡырға индем. Был уҡыу йорто, “Кремль курсанттары” тәрбиә­ләүсе булараҡ, илдә бик абруйлы хәрби училище һанала. Өлкән сержант дәрәжәһендә уҡырға ингәйнем, уны тамам­лауға погондарыма йәнә бер йондоҙ өҫтәлде.
Артабан ысын мәғәнәһендә хәрби тормош башланды: Чехословакия, Урта Азия, Кавказ, Абхазия, Осетия, Алыҫ Көнсы­ғыш һәм башҡа хәрби гарнизон­дарҙа төрлө дәрәжәлә хеҙмәт мәктәбен үттем. 1995 йылда ҡаты бәрелештәр ваҡытында һаулығыма зыян килеү сәбәпле, тыуған яғыма ҡайттым. Бында ла яратҡан шөғөлөмдән йыраҡ китмәнем, башта ҡаланың 4-се мәктәбендә, аҙаҡ район хаки­миәтенең мәғариф бүлегендә хәрби йүнәлештә эш алып барҙым, инспектор булдым һәм 2010 йылдан бөгөнгә тиклем хәрби комиссармын.


– “Генерал ҡатыны булыу өсөн лейтенантҡа кейәүгә сы­ғырға ла уның менән егерме йыллап гарнизондар буйлап күсенеп йөрөргә кәрәк” тиҙәр. Һеҙҙең терәк булып ошо юлды үтергә риза булған кәләшегеҙ менән нисек таныштығыҙ?

– Таулыҡай ауылы һылыуы Нәсимә Хөрмәт ҡыҙы менән юлда таныштыҡ. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыған сағы ине. Өс йыл дуҫла­шып йөрөгәндән һуң, ғаилә ҡорҙоҡ. Ысынлап та, ҡатыным минең менән бергә хәрби гарни­зондар буйлап йөрөнө, ышаныслы юлдашым, кәңәшсем һәм те­рәгем булды. Улыбыҙ Рөстәм – Чехословакияла, Айгөл ҡы­ҙы­быҙ Ҡаҙағстанда донъяға килде.
– Һәр илдең көсө, Ер шарында тотҡан урыны уның ҡеүәтле армияһына бәйле, шуға күрә Ватанды һаҡлау изге бурыс тип һаналған. Күптәр һеҙ етәкселек иткән хәрби комиссариат хеҙ­мәтен әрмегә һалдаттар әҙерләү һәм оҙатыу эштәренә генә ҡайтарып ҡалдыра. Урындағы комиссариат эшмәкәрлеге менән дә таныштырһағыҙ ине.

– Билдәле булыуынса, 1918 йылдың 8 апрелендә хәрби комиссариат ойошторола. Бер быуат дауамында беҙҙең хеҙмәт илебеҙҙе ҡоралландырыу, моби­лизациялауға әҙерлек сараларын тәьмин итеү, граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу, кон­тракт буйынса әрмегә һайлап алыу, йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү, һуғыш ветерандарын һәм Оборона ми­нистр­лығы пенсионерҙарын льготалар менән тәьмин итеү бу­йынса маҡсатлы эш алып бара.
Хәрби пенсионерҙарҙы госпи­тал­дәргә урынлаштырыу, эске ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәһенә ярҙам итеү, 17 йәше тулған егет­тәрҙе иҫәпкә ҡуйыу, уларҙың сәләмәтлеген тикшереү һәм әрмегә әҙерләү буйынса бик күп эш атҡарыла. Яҙғы саҡырыу комиссияһы үҙ эшен башланы ла инде.


– Хәрби хеҙмәткә алыныусы­лар­ҙың күбеһенең һаулығы на­сар, әрмегә яраҡһыҙ булыуы бер кемгә лә сер түгел. Буласаҡ һалдаттарҙың физик һәм рухи яҡтан көслө булмауы ниҙән килә?

– Хеҙмәткә саҡырылған егет­тәр араһында күбеһенсә яҫы табанлылыҡ, кәүҙә ауырлы­ғының етмәүе, умыртҡа һөйәге сирҙәре күҙәтелә. Был ауырыу­ҙар ҡайҙан килә һуң? Ата-әсәнең балаһы өсөн дөрөҫ аяҡ кейеме һайламауы, арзан һәм сифатһыҙ Ҡытай кроссовкалары һатып алыуы балаларында яҫы табан­лылыҡҡа килтерә. Умыртҡа һөйәге сире – дәрестә дөрөҫ ул­тырмауҙан, физик күнекмәләр менән шөғөлләнмәү, турникта тартылмау, спорт менән дуҫ булмау һөҙөмтәһе ул. Бөгөн бала тыуып өлгөрмәй, ҡулынан планшет, телефон төшөрмәй, ятып та, кәкрәйеп тә, эйелеп тә төрлө гаджеттарҙа соҡона.
Ҡайһы берәүҙәрҙең гемоглобины һәм тән ауырлығының түбән булыуы уларҙың насар, дөрөҫ туҡланмауын күрһәтә. Ата-әсәләр бала саҡтан малай­ҙарының сәләмәтлеген ­хәс­тәр­ләһен, төрлө ауырыуҙарҙы ваҡытында дауалаһын ине, сөнки һау-сә­ләмәт, физик яҡтан әҙерлекле егеткә әрме тормошо еңел бире­леүен бер кем дә инҡар итә алмай. Ата-әсәләргә тағы ла шуны еткерер инем: яҫы табанлы­лыҡтың беренсе төр­көмөнә ҡа­рағандар ғына әрме хеҙмә­тенән азат ителә, шуға күрә күрәләтә улығыҙҙы хәрби хеҙмәттән алып ҡалабыҙ тип маташмағыҙ. Хә­ҙер һалдаттар бер йыл әрмелә хеҙмәт итеп ҡайта. Тыуған илде һаҡлау һәр егеттең мөҡәддәс бурысы икәнлеген иҫтә тотһондар ине.


– Белеүебеҙсә, хәрби билеты булмағандарҙың күбеһе эшкә урынлаша алмай, карьера­һында ла төрлө тотҡарлыҡ­тарға осрай. Ошо сәбәпле бөгөн күп егеттәр әрмегә барырға атлығып тора. Был тәңгәлдә һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?

– Килешәм, хәҙер күп егеттәр әрмегә теләп бара. Шулай уҡ контракт нигеҙендә хеҙмәт итергә теләүселәрҙең һаны арта. Ата-әсәләр өсөн махсус сайт булдырылыуы ла ҡыуаныслы. Улар балаһының ҡайҙа, нисек хеҙмәт итеүе тураһында интернет аша мәғлүмәт ала, телефон аша һөйләшә. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, әрмегә барырға теләмәй ҡасып йөрөүселәр ҙә бар. Бер егетте миҫал итеп килтерер инем. Баймаҡ районынан М. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, 22 йә­шендә Себергә эшкә китте. Ата-әсәһенә барабыҙ, хат ебәрәбеҙ. Егет тә килмәй, өйҙәрендә берәү ҙә белмәй, йәнәһе, улы менән бәйләнеш юҡ. 26 йәшендә теге егет үҙе минең кабинетҡа килде: “Ебәрегеҙ мине әрмегә”. “Бер йыл түҙ, “аҡ билет” алырһың”, – тибеҙ.
“Юҡ, ағай, барам” тип ныҡыша. Сәбәбен һорағас, былай ти: “Барғандан бирле предприятиела слесарь булып эш­лә­йем, минән һуң килгәндәр үрләп бөттө. Кадрҙар бүлегенә барһам, әрмелә хеҙмәт итһәң, ­үрләтер инек тә, юғары белемең бар, ә хәрби билетың юҡ, тиҙәр”, – тип яуапланы. Бөгөн М. бик яуаплы вазифала, Себерҙә эшләп йөрөй, өйләнде, ата-әсәһен дә үҙ янына күсереп алды. Тимәк, эш­кә урынлашыу өсөн генә тү­гел, хеҙмәт юлында карьера баҫҡыстарынан күтәрелгәндә лә һалдат булыуҙың ыңғай яҡтары бар.


– Мәктәпте тамамлаған уҡыу­сыларҙың хәрби тормошто һайлағандарына ҡайҙа мөрәжә­ғәт итергә, ниндәй хәрби уҡыу йорттарына барырға? Кәңәш­тәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

– Бөгөн Баймаҡ районынан 12 кеше төрлө йүнәлештәге хәрби уҡыу йорттарында белем ала. Йыл һайын хәрби белемгә эйә булырға теләк белдергәндәр байтаҡ була, әммә төп талап­тарҙың береһе – һаулыҡ буйынса тикшереүҙе үтә алмағандар йыш осрай.
Урта белеме булған 16–22 йәшлек егеттәр йәки әрмелә хеҙмәт иткән 24 йәшкә тиклемге граждандар хәрби уҡыу йорттарына инә ала. Теләге булғандарға 20 апрелгә тиклем урындағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Беҙ ниндәй документтар һәм имтихандар кәрәклеген аңлатабыҙ. Бөгөн хәрби уҡыу йортонда белем алыуҙың өҫтөнлөктәре күп, был һөнәрҙәр ҙур ихтыяж менән файҙалана. Шуны ла әйтергә кәрәк: теләге булған ҡыҙҙар ҙа үҙҙәрен хәрби тормошҡа арнай ала. Улар өсөн төрлө йүнәлештә Смоленск, Воронеж, Ейск, Мәскәү, Ростов, Ставрополь, Санкт-Петербург ҡалаларында юғары уҡыу йорттары һәм училищелар бар.


– Ватанды һаҡлаусылар кө­нө алдынан хәрби хеҙмәт юлын үткән һәм үтәсәк ир-егеттәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?

– Илде, әсәйҙе һәм ҡатын-ҡыҙҙы беҙ һаҡламаһаҡ, кем һаҡ­лар? Улар беҙҙең яҡлауға, ҡурсыуға мохтаж. Байрам ме­нән, хөрмәтле Ватанды һаҡлау­сылар!
Читайте нас