Йәмғиәт
21 Февраль 2020, 08:10

Тәжрибә лә, белем дә кәрәк

“Башҡорт ихаталары”, “Уңайлы ҡала мөхите”, “Аныҡ эштәр”, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү”... Был программалар ауылдарҙы төҙөкләндереү, халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары булдырыу йәһәтенән урындағы власть органдары алдында етди бурыстар ҡуя. Билдәле, һәр эште уңышлы атҡарыу өсөн тәжрибә лә, белем дә талап ителә.

“Муниципалитеттар – үҫеш биләмәһе” тигән республика йыйыны тап ошо маҡсаттан үткәрелде лә инде. Сараға былтыр сентябрь айын­да ауыл биләмәһе ха­кимиәте башлығы итеп һай­ланған 250 кеше саҡырылды.
“Башҡортостан муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының башҡарма директоры Борис Нурисламов, форумдың маҡсаты һәм бурыстары хаҡында бил­дәләп:
– Һеҙ бер нисә ай эшләп өлгөрҙөгөҙ һәм урындағы үҙидара власының бик яуап­лы урын биләүен аңланығыҙ, – тине ул. – Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы – ярай­һы ҡатмарлы вазифа, ул һеҙгә йөкмәтелгән көндәлек бихисап мәсьәләне хәл итеүҙе талап итә. Шул уҡ ваҡытта һәр эште сифатлы һәм һөҙөмтәле ойоштороу өсөн халыҡ менән аралаша белеү һәләте кәрәк, киң ҡарашлы булыу мотлаҡ.
Бынан тыш, бөгөн Рәсәй милли проекттары программаларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән дә урындағы етәк­селәр алдында шаҡтай ҙур мәсьәләләр ҡуйыла. Ике көн барған йыйында алты секцияла ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтарына муниципаль берәмектәрҙең ҡаты көнкү­реш ҡалдыҡтарын йыйыу, гранттар юллау, урындағы үҙидара органдары эшмәкәр­легенең хоҡуҡи мәсьәләләрен тәьмин итеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Сарала шулай уҡ Мәскәү, Киров, Ырымбур ҡалалары вәкилдәре, белгестәр үҙҙәре­нең тәжрибәһе менән уртаҡ­лашты, хакимиәт башлыҡ­тарының һорауҙарына яуап бирҙе.
Читайте нас