Йәмғиәт
21 Февраль 2020, 12:36

Тормош дауам итә

Һуғышты күрергә яҙмаһын.

Юлай Әхмәтов Әбйәлил районының Сиҙәм ауылында тыуып үҫә. Йәше еткәс, әрме сафына алына. Һуғышҡа эләгермен тип уйламаған егет йәшлегенең ике йылын тыуған ерен һаҡлауға, һуғыш яланына арнай.


– Афған еренә аяҡ баҫҡан көндә тыныс ине, Яңы йыл булғанға, ахыры, тип уйлап ҡуйҙыҡ. Шул уҡ төндә төрлө тарафтарҙан мина шартлаған тауыштар ишетелә башлағас, ҡаушап ҡалдыҡ. Һуңынан быға өйрәнеп киттек. Хәле­беҙҙе аңлаған командир “Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, был – һуғыш: йә һеҙ – уларҙы, йә улар – һеҙҙе!” тип башта уҡ әйтеп ҡуйҙы, – тип хәтер ебен һүтә Юлай ағай.


Һуғыш яланын мина ҡалдыҡтарынан таҙартҡан сағында Юлай Хәсән улына төрлө хәлдәрҙе күрергә тура килә. “Шуларҙың береһе – иң яҡын дуҫым, механик егеттең күҙ алдымда үлеүе хәтеремдә мәңгелеккә уйылып ҡалды”, – тип һөйләй ул.


Яҡташым үҙе лә яраланмай ҡалмай: танк ғәскәрендә хеҙмәт иткән саҡта аяғын ҡаты йәрәхәтләй, ә төрлө яҡтан килгән мина тауыштарынан ишетеү һәләте насарая. Тыуған еренә ҡайт­ҡас, бер нисә йыл рәттән төрлө дауаханаларҙа дауаланып сыға. Ике йылда көслө шартлау, атыш тауыштарына күнеккән Юлай ағайға тыуған еренә ҡайтҡас тыныслыҡҡа өйрәнеүе ҡыйын була. Төш­тәрендә ҡаршыһына йүгереп килгән дошмандарҙы, яу яланында һәләк булған дуҫтарын күреп, төндәрен йоҡоһоҙ үткәрә.


– Иң ауыры “дем­бель” ваҡыты еткәс, ҡайтыр юлға сығырға тейешле егеттәрҙең арабыҙҙа булмауы. Ҡот осҡос хәл… – Мәңгегә 18-19 йәштә ҡалған замандаштарын юҡ­һын­ған ир-уҙаман был һүҙҙәрҙе бөгөн дә тетрәнеп әйтә.


Юлай Хәсән улының беҙҙең ил тормошона ҙур өлөш ин­дергәнен берәү ҙә онотмай: йыл һайын февралдә яугир-интер­националсыларға арналған байрамдарға саҡыралар. Яҡ­ташымдың күкрәгендә “Афған һуғышы ветераны”, “Тыуған ил һәм Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн”, Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары союзы тарафынан бирелгән “Яугир-интернационалсыға” тигән һәм бихисап башҡа орден-миҙал­дары сыңлап тора. Ауыл, район, республика хакимиәте башлыҡтарынан ебәрелгән рәхмәт хаттары ла, маҡтау ҡағыҙҙары ла байтаҡ.


– Миҙал-ордендарым менән маҡтанырға яратмайым, улар­ҙы тағып йөрөргә лә тырышмайым. Улар миңә утыҙ бер йыл элек булып үткән ҡанлы ҡот осҡос һуғышты, яу яланында ятып ҡалған хеҙмәт­тәштәремде хәтерләтә. Уларҙы иҫләү менән күңел, йөрәк яраһы һыҙлай. Хәҙерге йәш­тәргә һуғышты күрергә яҙма­һын инде. Бигерәк тә улдарым өсөн борсолам... – ти Юлай ағай.


Ике йылдан ашыу Афған сүллегендә палаткаларҙа ҡу­нып, утлы ҡурғаш ямғыры аҫтында башынан күпте үткәр­гән яҡташым тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәй. Бөгөн ул Әбйәлил районының Әбдрәш ауылы фермаһында алдынғы тракторсы булып эшләй. Тормош иптәше Зөлфиә Буранбай ҡыҙы менән гөрләтеп донъя көтәләр, өс улдарына яҡшы тәрбиә биреп, аяҡҡа баҫтыралар. Өлкәндәре Салауат менән Азамат, уҡыуҙарын яҡшы тамамлап, ил алдын­дағы бурыстарын тоғро үтәп ҡайтты. Һөнәр алып, бөгөн икеһе лә Ленинград өлкәһенең Тихвин ҡалаһында вагон етештереү заводында эшләп йөрөй. Буш ваҡыттары килеп сыҡҡан һайын ауылға, атай йортона ҡайталар, ата-әсәләре өсөн өҙөлөп торалар.


Кинйә улдары Ыласын да ағаларынан ҡалышмай. Әле ул Сиҙәм мәктәбенең IV класында яҡшы билдәләргә генә уҡып йөрөй. Төрлө район-республика олимпиадаларында ҡатнаша, призлы урындар яулай.


– Өс улыбыҙ – өс тағаныбыҙ, терәк-таянысыбыҙ. Өсәүһе лә өмөттәребеҙҙе аҡланы, бер ҡасан да йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Алыҫта булһалар ҙа, беҙҙең өсөн янып-өҙөлөп торғандары һиҙелә. Улдары­быҙҙың һәр яңылығына шатланып таң аттырабыҙ, ты­ныслыҡта үткән көнгә шөкөр итеп йәшәйбеҙ. Тормош дауам итә! – ти Юлай Хәсән улы.
Әбйәлил районы.
Читайте нас