Йәмғиәт
21 Февраль 2020, 14:40

Ватандың тоғро улдарын тәбрикләнеләр

Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы мәҙәниәт һарайында “Ватаныбыҙҙың тоғро улдары” исемле байрам концерты ойошторолдо.

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы мәҙәниәт һарайында “Ватаныбыҙҙың тоғро улдары” исемле байрам концерты ойошторолдо.

Сараға килеүселәрҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова сәләмләне. Ул сығышында Ватанды һаҡлаусылар көнөнөң Рәсәй ир-егеттәренең көс-ғәйрәтен, батырлығын, тыуған илгә һөйөүен һәм тоғролоғон сағылдырған байрам булыуын билдәләп, Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙгә азатлыҡ яулаған, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яҡташтарының батырлығын онотмаҫҡа саҡырҙы.

Байрамға йыйылыусылар Оло Ыҡтамаҡ лицейы, Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары, “Невский” хәрби-патриотик клубы ағзалары, район мәҙәниәт һарайы һәм полиция хеҙмәткәрҙәренең сағыу, күркәм концертын ҡарап, рәхәтләнеп ял итте.
Читайте нас