Йәмғиәт
21 Февраля 2020, 13:28

Яңауылдың матурлығын күрегеҙ!

“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре! Мин дә үҙемдең бер нисә эшемде тәҡдим итергә теләйем”, – тип башлана сираттағы хат. Уны Яңауыл районының Асыуҙыбаш ауылынан Илһам Фәүхиев яҙған. Ул 1960 йылда ошо ауылда тыуып үҫкән. Белеме буйынса уҡытыусы, бөгөн – пенсионер.

“Буш ваҡытымда фотоһүрәт төшөрөргә яратам. Айырыуса тыуған яғымдың һоҡланырлыҡ сихри күренештәре арбай мине. Республика­быҙҙың һәр төбәге лә иҫ киткес матур. Таулы-ҡаялы райондар булһынмы, ялан-далалымы – һәр береһе үҙенсә йәмле. Беҙҙең яҡтарҙы ла ҡарағыҙ”, – тип яҙа ул беҙгә.

Беҙгә, ғәҙәттә, “тәбиғәтебеҙ бик матур” тип Бөрйән, Белорет кеүек төбәктәрҙән эштәр килә. Яңауыл тарафтарынан – беренсе тапҡыр. Ысынлап та, Башҡортостаныбыҙҙың һәр тарафы ла хозур шул!

Һеҙ ҙә бәйгенән ситтә ҡалмағыҙ! Бер нисә матур фотоһүрәтегеҙҙе alfia.85@bk.ru йәки bashkortostan.gazeta@mail.ru электрон адрестарына “Йәшәйеш – ул үҙе бер миҙгел!..” фотоконкурсына” тип ебәреүегеҙ һорала. Шарттар буйынса, беҙ һеҙҙән хозур тәбиғәт күренештәре, замандаштар, йәнлектәр, төрлө мәлдәр сағылдырылған матур, йәнле эштәр көтәбеҙ. Еңеүсе авторға бүләк тапшырыласаҡ.
Читайте нас