Йәмғиәт
22 Февраля 2020, 15:05

Атаһын теге донъянан эҙләй...

Был хәл ғибрәт булһын: матди байлыҡ өсөн бер ҡасан да күрмәгән атаһын эҙләгәндәр ҙә бар шул донъяла.

Атайлы кеше – арҡалы кеше. Унһыҙ – донъя һанһыҙ. Кесеһенә лә, олоһона ла ошо донъялағы иң ҡәҙерле кешеңдең йылы һүҙе, наҙы барыбер кәрәк. Иң ауыр минуттарында ла, бәхетле мәлдәрендә лә һәр кемдең яратҡан атаһы менән бар хистәрен уртаға һалып һөйләшкеһе киләлер...
Тик хәҙер күптәр донъяның матди яҡтарын күпкә өҫтөнлөрәк күрә башланы. Өфөнән 17 йәшлек ҡыҙ туғандарына яҡты донъя менән хушлашҡан кешене атаһы тип иҫбатлап ыҙалатҡас, икенсе яҡ хатта ошондай аҙымға барған.
Патологоанатом баш ҡалалағы төньяҡ зыяратта эшләй. Эксгумация үлгән кешенең ҡыҙҙың атаһымы, юҡмы икәнлеген иҫбатлау өсөн кәрәк. Ә был кешенең вафат булыуына бер йылдан ашыуыраҡ ваҡыт үткән. Уның туғандары яҡын кешеһен юғалтыуҙан саҡ ҡына тынысланып торған кеүек булған да бит, тик тағы ошо күңел өсөн бик ауыр процедураны үтергә тура килә. Сөнки ДНК өсөн яҡын кешеләренең сәсе, теше һәм башҡа биологик материалдары кәрәк булған.
Эксгумация тураһындағы ҡарарҙы суд сығарған. Башҡа юл ҡалмаған: ҡыҙ туҡтауһыҙ был ирҙең атаһы икәнлеген дәлилләп маташҡан. Уға вафат булған кешенең яҡындары менән уртаҡ фекергә килергә Черниковкалағы ике бүләмәле фатир ҡамасаулаған.
Гражданлыҡ эше буйынса эксгумацияны ойоштороу еңел түгел, тип хәбәр итә юрист. Бының өсөн хатта Мәскәүҙән белгес килгән. Ике аҙнанан мәғлүмәттәрҙе Башҡортостандың Юғары судына ебәрәсәктәр. Ундағы сираттағы ултырышта ике яҡ та үҙен борсоған һорауға яуап табыр тип яҙа “Вся Уфа” сайты.
Һүҙебеҙҙе башта атай тураһында башлағайныҡ. Үрҙә әйтелгән хәл ғибрәт булһын. Ниндәйҙер матди байлыҡ өсөн генә бер ҡасан да күрмәгән атаһын эҙләгәндәр ҙә бар шул донъяла.
Иртәгә – Ватанды һаҡлаусылар көнө. Атайҙарҙы, ағайҙарҙы, олатайҙарҙы, ҡайныларҙы, ғөмүмән, ир-егеттәрҙе ҡотлай торған көн. Шуға изге теләктәребеҙҙе, йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек.
Читайте нас