Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған 27 йәшлек Гөлназ Мурзинаны эҙләйҙәр. Туғандары белдереүенсә, ул өйөнән 2016 йылда уҡ сығып киткән һәм ҡайҙалығы тураһында ошоға тиклем билдәле түгел.
Гөлназ - Дәүләкән районы ҡыҙы. Бында урта мәктәпте тамамлағас, Октябрьский ҡалаһына күскән һәм ундағы нефть колледжына уҡырға ингән. Тик өс йыл уҡығандан һуң колледжы ташлаған һәм урындағы сауҙа үҙәгенә һатыусы булып эшкә урынлашҡан.
“Көндәрҙең береһендә ул ғәйеп булды ла ҡуйҙы. Хәҙер өс йыл ваҡыт үтеп китте. Ул телефонға яуап бирмәй, ҡайҙа икәнлеген белмәйбеҙ. Хатта “Көт мине” тапшырыуына һәм “Лиза Алерт” эҙәрмәндәренә лә мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ. Тик улар эҙләүҙән баш тартты. Уның атаһы ҡаты ауырый, дауаханала ята ине, кисә ул беҙҙең аранан китте. Беҙ уның менән дүрт сәғәт ултырҙыҡ. Уның һуңғы һүҙҙәре: “Гөлназды табығыҙ, мин бит китәм”, - булды. Ҡыҙын көтөп ала алмай китте”, - тигән туғандары “ГорОбзор” баҫмаһына.
Гөлназдың бер әхирәте белдереүенсә, ул Санкт-Петербург ҡалаһына китергә йыйынған һәм хатта билет алған. Тик туғандары был фараз менән килешмәй.
Ҡыҙҙың атаһын иртәгә, 23 февралдә Әлшәй районының Ташлы ауылында ерләйәсәктәр.
“Беҙгә һинән бер нимә лә кәрәк түгел! Атайыңдың башҡа юҡлығын ғына бел”, - тип мөрәжәғәт итә Гөлназға туғандары.
Әгәр, ысынлап, йәшенеп йөрөйһөң икән, ни бары иҫән икәнлегеңде белдерһәң дә етер ине, Гөлназ. Кеше күңелдәре менән уйнама!