Йәмғиәт
22 Февраля 2020, 06:10

Мэрға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған

Уны ғаиләләрҙең социаль торлағын тартып алыуҙа ғәйепләйҙәр.

Мэрға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған
Октябрьский ҡалаһы мэры Алексей Шмелевҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте. Уны ғаиләләрҙең социаль торлағын тартып алыуҙа ғәйепләйҙәр.
Мэр 2014 йылда шәхси төҙөлөш ойошмаһына биш гектар майҙандағы өс ер участкаһын законһыҙ рәүештә тапшырған. Унда ғаиләләр өсөн социаль торлаҡ төҙөү ҡаралған булған. 2016-2017 йылдарҙа төҙөүсе ойошма ошо ер участкаларын граждандарға һата. Республика бюджетына ҙур зыян килтерелгән, тип хәбәр итә ведомство. Вазифаһынан файҙаланып, мутлыҡҡа барған етәксенең эшмәкәрлеген тикшереү эштәре дауам итә.
Фото:vk.com
Читайте нас