Йәмғиәт
23 Февраль 2020, 09:00

Карталарҙан 6,5 миллиард һум аҡса урланған

Клиенттар күп осраҡта аҡсаны үҙ теләге менән күсерә...

Мутлашыусылар тураһында күп иҫкәртелә, шуға ҡарамаҫтан карталарҙан, башҡа сығанаҡтарҙан аҡса урлау осраҡтары кәмемәй.
РФ Үҙәк банкы белдереүенсә, былтыр мутлашыусылар рәсәйлеләрҙе 580 мең тапҡыр талаған, банк карталарынан бөтәһе 6,5 миллиард һум аҡса урлаған. Физик шәхестәрҙән урланған “уртаса чек”тың күләме 10 мең һум тәшкил иткән. Кредит ойошмалары зыян күреүселәргә урланған сумманың ни бары 15 процентын ғына (1 миллиард һум тирәһе) ҡаплаған.
Бындай түбән күрһәткес нимә менән аңлатыла һуң?
Күп клиенттар мутлашыусыларҙың йоғонтоһона бирелеп, аҡсаны үҙ теләктәре менән күсерә, шуға күрә формаль рәүештә операция уғрылыҡ тип иҫәпләнмәй.
Уяу булайыҡ, мутлашыусыларҙың ҡармағына эләкмәйек, йәмәғәт!
Фото: ok.ru
Читайте нас