Йәмғиәт
23 Февраля 2020, 15:35

Тарихи хәтер мәңге һаҡланырға тейеш

Бөгөн Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ватан һаҡсылары көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты, бер төркөм яҡташтарыбыҙға Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы.

Бөгөн Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ватан һаҡсылары көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты, бер төркөм яҡташтарыбыҙға Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Кисәлә был юғары награданы республика етәксеһе ҡулынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, отставкалағы полковник Кәшшәф Сәмиғуллин, Чечен Республикаһында ҡаһарманлыҡ күрһәткән Вадим Сафин, күп ҡатлы йортта йәшәгәндәрҙе янғындан ҡотҡарырға ярҙам иткән почтальон Эльвера Шәйәхмәтова, үҙ уҡыусыларын бысаҡ тотҡан үҫмерҙән ҡотҡарған һәм үҙе уның ҡулынан яраланған Стәрлетамаҡ уҡытыусыһы Екатерина Першина, Төньяҡ Кавказда ике тапҡыр хәрби бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан Руслан Ғәйнуллин, Афғанстанда полк командиры булып хеҙмәт иткән Илдус Хәлитов алды. Сәхнәгә менгән һәр ҡаһарманды зал көслө алҡыштар менән оҙатты. Награданы тапшырыу алдынан залда ултырыусылар экранда Радий Хәбировтың бынан алдараҡ легендар 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы ветерандары Мөғин Нагаев менән Ғабдулхай Зариповтың күкрәгенә ошо уҡ орденды беркетеүе тураһындағы видеосюжетты ҡараны. Һаулыҡтары насарайыу сәбәпле, был яугирҙәр тантанаға килә алмаған.
– Барығыҙҙы ла бөгөнгө байрам – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас ҡотлайым, – тине Радий Фәрит улы. – Ошо байрам беҙҙе берләштерә, бөгөнгө яуаплы бурыстарҙы үтәүгә туплай. Тарихи хәтерҙе нығыта барырға, уны киләсәк быуындар өсөн дә һаҡларға бурыслыбыҙ.
Автор фотоһы.
Читайте нас