Йәмғиәт
23 Февраля 2020, 18:20

Уҡыусыларын үлем тоҙағынан ҡотҡарған

...Ул көндө коррекцион класта белем алған туғыҙынсы класс уҡыусыһы дәрескә башҡаларҙан һуңлап ингән һәм шунда уҡ тиҫтерҙәренә бысаҡ менән ташланған...

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан тантаналы йыйылышта республика Башлығы Радий Хәбиров генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Был юғары наградаға лайыҡ булыусылар араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Екатерина Альберт ҡыҙы Першина ла бар.
Ул көндө коррекцион класта белем алған туғыҙынсы класс уҡыусыһы дәрескә башҡаларҙан һуңлап ингән һәм шунда уҡ тиҫтерҙәренә бысаҡ менән ташланған. Тәүҙә алғы партала ултырған ҡыҙҙарға һөжүм иткән. Береһенең яурынына, икенсеһенең күкрәгенә бысаҡ менән сәнсеп өлгөргән. Ҡан-ҡойошто уҡытыусы Екатерина Першинаның ҡыҫылыуы ғына туҡтата. 29 йәшлек уҡытыусы үҫмер ҡулынан күп һанлы төрлө тән йәрәхәттәре ала. Ҡанға батҡан Екатерина Альберт ҡыҙы нисек кенә ауыр булмаһын класс ишеген асырға өлгөрә, ҡурҡынған уҡыусылар кабинеттан сығып ҡаса. Ләкин үҫмер үҙе менән яғыулыҡ тултырылған шешә лә алып килгән була. Бүлмәгә ут тоҡана. Йәрәхәтләнгән, ҡото алынған бер ҡыҙ тәҙрәнән һикерә. Янғын сигнализацияһын ишеткән башҡа уҡыусылар тиҙ арала урамға йүгереп сыға.
Бөгөн батыр, ҡурҡыу белмәгән уҡытыусыны ҡалала талантлы йәш педагог тип таныйҙар. Яҙмышын балаларға белем биреүгә арнаған мөғәллимә 2017 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Йыл уҡытыусыһы" исеменә лайыҡ булған. Бынан тыш Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса балалар хоҡуҡтары уполномоченныйының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Легендар генерал Шайморатов ордены менән йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, кешеләрҙе ҡотҡарғанда, ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ, хеҙмәт бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткәндәр бүләкләнә. Тап бына ошондай юғары наградаға эйә булды ла инде Екатерина Першина.
Олег яровиков фотоһы.
Читайте нас