Йәмғиәт
23 Февраля 2020, 11:35

Уксус эсереп ҡотолмаҡсы булғандар...

Яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡып һәм сит кешеләрҙең таҫма теленә ышанып, әбей ирҙәрҙе пропискаға индергән...

Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге ҡот осҡос ваҡиғаның республиканың баш ҡалаһында булыуына хатта ышанғы килмәй. Элекке Советтар Союзының граждандары ярты йыл элек 94 йәшлек Валентина Репинаның торлағын ҡуртымға ала. Яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡып һәм сит кешеләрҙең таҫма теленә ышанып, әбей ирҙәрҙе пропискаға индерә Бына ошо ваҡыттан Өфө моторҙар етештереү берекмәһенең элекке хеҙмәткәре, 1926 йылғы Валентина Георгиевна тормошонда мәхшәр башлана.
Икенсе ҡаланан сабыйы менән әбей янына ейәнсәренең ҡайтыуы ла хәлде үҙгәртмәй. Фатирға теркәлгән булыуҙарына таянып, ирҙәр үҙҙәрен бында ысын хужа итеп тоя. Уларҙың ни ҡыланғанын һөйләп бөтөрәһе түгел: ҡыҙҙы сабыйының именлеге өсөн ҡурҡыталар, аҡсаһын тартып алалар, фатирҙағы йыһаздарҙы емерәләр, хатта сабыйҙың карауатын да ваталар. Хатта ярһыған ирҙәрҙең береһе диванды бысаҡ менән яра, һыуытҡысты вата. Әбейгә иҙәндә матрас өҫтөндә ятырға тура килә. Яуыз ирҙәр ай һайын әбейҙең пенсияһын тартып алған, унан тиҙерәк ҡотолоу өсөн һыуға уксус һалып эсергән. Күршеләре күрмәгәнме ни ғаиләнең нисек язаланғанын, тип әйтеүселәр булыр. Хеҙмәт ветеранының тормошо уларҙы ла борсой, полицияға мигранттарҙы фатирҙан ҡыуып сығарыу тураһында ғариза яҙалар. Әммә һөҙөмтә булмай. Был террорға яңы ғына нөктә ҡуйылған. Күршеләр көн дә саҡырылмаған ҡунаҡтарҙың тыл хеҙмәткәрен һәм ейәнсәрен язалауҙарын күреп, башҡаса сыҙап тора алмаған. Мигранттар әбейҙең йәнә 15 мең һум пенсияһын тартып алғас, полиция саҡыртып, протокол төҙөгәндәр. Ирҙәрҙең башҡа мутлыҡтары ла ҡалҡып сыҡҡан, тип хәбәр итә ProUfu порталы.
“Ҡартлыҡ шатлыҡлы булһын” фонды етәксеһе Ольга Ремаренко әйтеүенсә, ғаилә әле лә ҡурҡыуҙан арынмаған. Оҙаҡ йылдар Валентина Георгиевна эшләгән берекмәнең профсоюз ойошмаһы ла пенсионерға иғтибар күрһәтер тип уйлайбыҙ. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әбейҙең хәтере яҡшы, зиһене тарҡалмаған.
Фото:ProUfu.
Читайте нас