Йәмғиәт
23 Февраля 2020, 14:00

Ветерандарҙа ҡунаҡта

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Юрий Садыров Бөйөк ватан һуғышы ветерандарының йортона барып, шәхсән үҙе юбилей миҙалдарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Ҡалтасы районы
хакимиәте башлығы Юрий Садыров Бөйөк ватан һуғышы ветерандарының йортона барып, шәхсән үҙе юбилей миҙалдарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Район хакимиәте башлығы менән район ветерандар Советы рәйесе Евгений Илсеғолов, район ғаилә хеҙмәте етәксеһе Светлана Хәмиҙуллина ла ветерандарҙы байрам менән ҡотларға килде.
Бөйөк Еңеүгә ҡалтасылар ҙа ҙур көс һала, уларҙың күптәре яу яланына бик йәш көйөнсә генә инә. Мәҫәлән, Алексей Әхмәтшиндың һуғыш юлдары Ленинград ҡалаһы янында башлана. Һуғыштың бөтә михнәттәрен кисереп, аслы-туҡлы Эльбаға юллана һәм ошонда ул Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылай.
Туҡран ауылынан 100 йәшен ҡаршыларға йыйынған һуғыш ветераны Әхмәтнур Арыҫлановта ла район хакимиәте башлығы Юрий Садыров булды. 1940 йылдың 3 октябрендә хәрби хеҙмәткә алынған яугир Алыҫ Көнсығышта 52-се корпус артиллерия полкында хеҙмәт итә, нәҡ ошонда ул һуғыш башланыуын ишетә.
Район хакимиәте башлығы Краснохолм ауылынан ветерандар Хазинур Дәүләтшин менән Алексей Иҫәкәевтарҙың йортонда ла булып, юбилей миҙалдары тапшырҙы.
- Уларҙың барыһы ла яу ҡырҙарынан еңеү яулап ҡайтҡан Ватаныбыҙҙың батыр һаҡсылары. Еңеү һәм тыныс ваҡытта фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн улар алдында баш эйәбеҙ. Беҙҙең быуындың бурысы — берҙәмлеге, хеҙмәт һөйөүсәнлеге һәм фиҙаҡәрлеге, Ватанға булған ғәжәйеп һөйөүе менән беҙгә тыныслыҡ, азатлыҡ һәм бәйһеҙлек тәьмин иткән халҡыбыҙҙың батырлығы тураһында хәтерҙе һаҡлау, - тине Юрий Садыров.
Читайте нас