...Фәниәнең атаһы менән әсәһе бик иртә донъя ҡуйғас, туғандары оҙаҡ уйлап тормаған, уны балалар йортона тапшырған. Ҡыҙыҡһыныусан һәм етеҙ ҡыҙ унда нимә кисергән дә, нисек үҫкән – уныһын яҙып тормаһаҡ та, аңлайһығыҙ. Белем алырға теләге булған ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, юғары уҡыу йортона уҡырға ингән. Башта һәр лекцияға, дәрескә ҙур ҡыҙыҡһыныу, теләк менән йөрөгән Фәниәне бер ни тиклем ваҡыттан һуң алмаштырып ҡуялармы ни: студенттарҙың ирекле тормошо уның башын тамам әйләндергән, уҡыуҙан бигерәк, күңел асырға, кәйеф-сафа ҡорорға әүәҫләнеп алған. Ошо уҡ юлды ҡыуған дуҫтары ла ҡайҙан табылып торған тиерһең... Бәлки, ҡурсалап, дәртләндереп, күңелен күтәреп, дөрөҫ юлға өндәп торған терәге –яҡындары юҡлығы ла быға сәбәпсе булғандыр? Хәйер, балалар йортонда тәрбиәләнгәндәрҙең күңеле һәр саҡ китек икәнлеген, наҙ һәм һөйөү күреп үҫмәгән сабыйҙарҙың йөрәге ғүмер буйы яралы булғанлығын әйтәһе бармы һуң... Шуға күрә улар ғүмер юлында йышыраҡ яңылыша, күптәре тайғаҡ юлға баҫҡаны ла билдәле.
...Бишенсе курсҡа еткәндә, Фәниәнең ауырға ҡалыуы асыҡлана. Кемдән, ул әҙәм был хаҡта беләме-юҡмы, ярҙам итергә хәленән киләме – былары ҡараңғы. Фәниә иһә хәл-торошоноң ниндәй икәнлеген бик һуң белеп ҡалған, тиҙәр. Үҙе ҡайһы бер әхирәттәренә ауырынан бер нисә тапҡыр ҡотолорға маташып ҡарағанын да һөйләгән, имеш. Әммә уның “тырышлығынан” бер ни килеп сыҡмаған. Аҙаҡҡаса, киңерәк әйбер кейеп, ҙурая барған эсен йәшерергә тырышып йөрөгән бисара ҡыҙ.
Нисек кенә булмаһын, уҡыу йортонда уның хәленә ингәндәр. Ул диплом яҙып һәм яҡлап өлгөргән, ә бына юғары уҡыу йортон тамамлау тураһындағы документты тантаналы тапшырған көндә, ауырып китеп, балалар табыу йортона эләккән... Асыҡланыуынса, ул бер табипҡа ла күренмәгән, иҫәптә лә тормаған, шуға ла буласаҡ әсәйҙе үҙе ише яуапһыҙ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус учреждениеға алып киткәндәр. Шулай итеп, төркөмдәштәре диплом алған көндө Фәниә бер юлы ике балаға – малайға һәм ҡыҙға әсәй булған...
Нисек кенә булмаһын, ҡыртыраҡ холоҡло, яндырай Фәниә курсташтарына бик йәл булған. Ул сабыйҙары менән ҡайҙа барырға, нимә эшләргә тейеш артабан? Курсташтары һөйләшеп, хәлдән килгәнсә кәрәк-яраҡ алып, бала табыу йортона юлланған. Тик Фәниә бик һалҡын ҡаршы алған. Ул ғына түгел, хатта әрләшә башлаған: “Нимә тип миңә киләһегеҙ ул? Кем һеҙҙән һораны? Ул балалар миңә кәрәкмәй! Барыбер дауаханала ҡалдырып сығам!” – тип ҡырт киҫкән.
Һәр кем үҙ яҙмышы өсөн үҙе яуап бирә шул. Бишенсе курсты тамамлаған курсташтар ҙа оҙаҡламай төрлө төбәккә тарала, йүнәлтмә буйынса райондарға эшкә ҡайта. Фәниәнең дә яҙмышы йылъяҙмалар боролошонда аҙашып ҡалған. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң уның Өфөлә ҡалмауы, Себер яҡтарына сығып китеүе, унда тормошҡа сығып, эшләп йөрөүе, ике балаға әсә булыуы мәғлүм була. Ошо ваҡиғаларҙан һуң күпме һыу аҡҡан, күпме йылдар үткән...
...Әлеге ваҡытта Өфө эргәһендәге ауылдарҙың береһенә күсеп ҡайтҡан, етмешен ҡыуған Фәниә ханым: “Ҡәҙимге тормош кисерҙем, нисек тә йәшәргә, эшләргә тырыштым”, - тип бәйән итә. Кейәүгә сыҡҡас, ике ҡыҙы тыуған. Уларҙы хәлдән килгәнсә яҡшы тәрбиәләргә, белем бирергә, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам иткән. Тик ҡасандыр, йәшлек таңында яһаған хаталы аҙымы уға бер ваҡыттта ла тынғылыҡ бирмәгән, йөрәгендәге ҡанлы яра булып, бәхет ҡояшын ҡаплап торған. Күҙ йәштәре аша:
– Бала табыу йортонда ҡасандыр аңһыҙлыҡ менән ташлап киткән сабыйҙарымды йылдар дауамында өмөтләнеп эҙләнем һәм әле лә эҙләйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ. Улым был яҡты донъя менән хушлашҡан тигән хәбәр ишеттем, ысынмы-юҡмы икәнлеген белмәйем. Ә быны ҡыҙымды ҡасандыр ҡыҙлыҡҡа алған кешеләр һаман да сер булып ҡала – мәғлүмәт юҡ. Бына шулай, ҡырҡ йыл элек илатып, етем итеп торғоҙоп ҡалдырған балаларым менән ошо Ерҙә йәшәйем, ошо уҡ һауаны һулайым, әммә осрашыу бәхетен кисерә алмайым. Ни тиклем ҙур хата, кисермәҫлек гонаһ яһағанымды Аллаһ Тәғәлә артабан биргән һынауҙар аша аңланым. Кейәүгә сығып тапҡан ҡыҙҙарым хәҙер үҙҙәре әсәй, әммә ейәндәремдең һаулығы үтә насар. Ғәфү итмәҫлек ҡылығымдың ҡоһоро был, ҡылған гонаһым өсөн түләү, – тип әсенеп һөйләй Фәниә апай аяныслы яҙмышы тураһында.
Шуныһы мәғлүм: был донъяла һәммәбеҙгә лә ҡылған ҡылыҡтарыбыҙ өсөн яуап бирергә тура килә. Был – тормоштоң ябай, әммә ғәҙел ҡануны...
Фото: lh3.googleusercontent.com