Тамашасыларҙың яратҡан йырсыһы, башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙо Радик Юлъяҡшинды һаман башлы-күҙле итә алмай йонсойбоҙ. Егет кеше йәрһеҙ булмаҫ инде, һыңар ҡанатлы ҡош оса алмағандай, яңғыҙ юлсының да тормошта аҙашыуы бар
Утыҙ йәшлек йырсыбыҙ тирәһендә 20 йәшлек бер һылыуҙың йыш күренеүен иғтибарлаған халыҡ. “Килендең” Ижевск ҡалаһынан, Инзилә исемле булыуы тураһында күптән һөйләйҙәр ине һөйләүлеккә. Ысындырмы, буштырмы... Ҡыҙ Элвин Грейҙан айырылып йөрөгәне юҡ, йәштәр гел бергә – эштә лә, ялда ла, тиҙәр. Фанаттар “ йырсыбыҙ өйләнергә уйлай ахыры”, тип бер аҙ борсолғанға оҡшай.
Тик музыкант серҙе ныҡ һаҡлай, ләммим һүҙ ысҡындырмай. Был һылыу ҡыҙҙың 2000 йылдың мартында Ижевск ҡалаһында тыуғанлығы билдәле.и 2018 йылда “Татар ҡыҙы” матурлыҡ конкурсында ҡатнашҡан, туған телен һәм мәҙәниәтен яҡшы белеүе менән жюриҙы һоҡландырған. Әле ул ил буйлап Юлъяҡшиндың командаһы менән сәйәхәт итә, мода күрһәтеүҙә ҡатнаша. Инзилә беҙҙең “килен” булырмы-юҡмы, уныһын белгән юҡ, беҙгә бары ижадта яңы идеялар, асыштар , уңыштар яулауҙа ике йәш кешенең бергәләп тырышлыҡ һалыуына һөйөнөргә генә ҡала.