Ҙур тарихлы ауыл ул Ергән, шуға күрә унда матбуғат хеҙмәткәре, яҙыусы булараҡ осрашыуға саҡырылғас, шатландым. Нимә генә тимә, Өфөләге кисәләрҙән төбәктәге аралашыуҙар бик айырыла. Уларҙағы тәрәнлек, миллилек, йылылыҡ!.. Әйтеп бөтөрөрлөк түгел. Күп милләтле ауыл башҡорт ерҙәрендә урынлашҡан, уның тәүге кешеләре лә аҫаба халыҡтан булған.
Китапханасылар Мәләүез районының Ергән ауылы мәҙәниәт йортонда “Башҡортостан” гәзите менән бергә төбәктәге ижадсы, шағирә, композитор Нәзирә Ишҡолова менән осрашыу әҙерләгәйне. Сараға Ергән мәктәбенең VIII, IX класы уҡыусылары ла саҡырылған ине. Быныһына бигерәк тә мин ҡыуанам, сөнки һәр сарала йәштәр, балалар ҡатнашырға тейеш. Кем өсөн һөйләйбеҙ һуң тарихты, бөгөнгө проблемаларҙы, рухиәтте?!
Башта мәҙәниәт йортонда урынлашҡан музей менән танышып сыҡтыҡ. Бында апаруҡ материал тупланған, бигерәк тә уның урындағы халыҡтан йыйылыуын, ошонда эшләгән хеҙмәткәрҙәр идеяһы, фантазияһы менән байытылыуын иҫәпкә алғанда, баһаһы бик ҙур. Миңә ҡыҙыҡлы тойолғаны зал эсендәге колонна булды. Хәйер, уның колонна булыуын музей мөдире Айгөл Камалова әйтмәһә, хәҙер берәү ҙә белмәй, сөнки уны ағас ҡайырыһы менән уратып, солоҡсолоҡто һынландырған диарама эшләнгән. Хәтәр бит! Шәп!
“Тәбиғәт һәм Ергәндең тирә-яғы”, “Боронғо дәүерҙә – беҙҙең төбәк”, “Яҙыусы мөйөшө”, “Башҡорт тирмәһе”, “Бөйөк Ватан һуғышы”, “Татар йорто”, “Сыуаш мөйөшө” кеүек экспозицияларҙың исеме үк үҙҙәре хаҡында һөйләп тора. Космик караптар конструкторы Иван Рябов, академик, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты Анатолий Венедиктов, йырсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Геннадий Пищаев, Дан орденының тулы кавалеры Василий Банников, татар яҙыусылары данлыҡлы Дәрдмәнд, Әмир Мирсай бында тыуған. Тағы ла бер кешене әйтеп китмәү мөмкин түгел. “Я шагаю по Зиргану” тип йырлап ебәрерҙәй булдым инде, уның тамырҙары бынан икәнен белгәс. Ни сәбәптәндер элек быға иғтибар иткәнем булмаған.
“Я шагаю по Москве”... Ошо юлдарҙы уҡығас, нимә хәтерегеҙгә килде? Моғайын, һәр кем “Я шагаю по Москве” фильмын иҫенә төшөргәндер. Былай тип яҙыуым юҡҡа түгел: ошо фильмдың сценарий авторы Геннадий Шпаликовтың тамырҙары – Ергәндән. Уның атаһы – хәрби инженер Фёдор Григорьевич Шкаликов (Куйбышев исемендәге Хәрби-инженер академияһында уҡығанда фамилияһын Шпаликовҡа алыштыра). Ул Сегежа ҡалаһында ҡағыҙ-целлюлоза комбинатында эшләй, ә һуғыш башланғас, яуға китеп, 1944 йылда һәләк була. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 1945 йылдың 29 ғинуарында Германияла эҙһеҙ юғала.
Геннадий Шпаликов башта хәрби училищела уҡый, аҙаҡ Тарковский, Кончаловский менән бергә Бөтә Рәсәй кинематография институтын тамамлай. “Я шагаю по Москве” фильмына уны данлыҡлы Георгий Данелия саҡыра. Талантлы егет фильм аҙағында йырҙы ла кино төшөргән майҙанда тиҙ арала яҙып бирә. Ул бик күп фильмдарҙа ҡатнаша, уларҙы ижад итә. Юҡҡа ғына тап Геннадий Шпаликовҡа, Василий Шукшинға, Андрей Тарковскийға ВГИК алдында һәйкәл ҡуйылмаған. Улар – үҙҙәрен ошо сәнғәт төрөнә бағышлаған шәхестәр. Геннадий Шпаликов Мәскәүҙә вафат була, Ваганьков зыяратында ерләнгән. Был яҡташыбыҙ тураһында һүҙ сыҡҡанда, бер ни тиклем мәғлүмәт еткереп ҡуйыу маҡсатынан яҙылды.
Китапхана мөдире Светлана Хәлимова башҡорт теленә, атаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығына арнап эшләнгән күргәҙмәләр менән таныштырҙы. Ошо уҡ мәҙәниәт йортонда урынлашҡан музей мөдире Айгөл Камалова ла беҙҙең байрамды бай йөкмәткеле итеүгә үҙ көсөн һалды. Алда әйткәнемсә, Ергән – ул бик боронғо, бай тарихлы ауыл. Был хаҡта музей экспонаттары ғына түгел, китаптар ҙа һөйләй. Әйткәндәй, китапхана мөдире Светлана Федоровна сыуаш милләтенән, әммә башҡорт һүҙенә, баҫмаларға ана ниндәй ҙур иғтибар бирә. Китапхана “Башҡортостан” гәзитен дә алдыра.
Мәҙәниәт йортонда халыҡ театры эшләй. Режиссеры – Тәлғәт Мөхәмәҙуллин. Улар даими рәүештә башҡорт, татар авторҙарының әҫәрҙәрен сәхнәгә сығарып тора. Тәлғәт ағай бында мәҙәниәт йорто директоры ла булып эшләгән. Бөгөн ул етәкләгән коллектив 2009 йылда халыҡ театры исемен алған. Ә инде 2015 йылда Бәләбәйҙә үткәрелгән “Алтын тирмә” төбәк-ара фестивалендә күренекле драматург Данил Сәлиховтың “Уҙып барышлай” драмаһы менән I дәрәжә дипломға лайыҡ булғандар. Былтыр Театр йылында улар Наил Ғәйетбайҙың “Хазина” трагикомедияһын сәхнәгә сығарып, шулай уҡ үҙешмәкәр театрҙарҙың фестиваль-марафонында лауреат исемен яулаған. Мәләүез районында ғына түгел, был сәхнә әҫәре менән Федоровка районына ла сыҡҡандар. Ижади коллектив эшендә йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә ҡатнаша. Әйткәндәй, бындай тәжрибәһе менән Тәлғәт ағайға балалар театры ойоштороп ебәргәндә лә була. Осрашыу барышында шиғырҙар уҡып, ул уҡыусыларҙың иғтибарын яуланы. Ғүмер буйы сәхнәнән төшмәгән кешенең сығышы ла, әҙәбиәткә, әҙәби һүҙгә мөнәсәбәте лә башҡа.
Китапханасы Гүзәл Ибәтуллина Нәзирә Ишҡолованың ижадына арнап күргәҙмә әҙерләгән. Әйткәндәй, Нәзирә апайҙың бик күп йырҙарын республиканың билдәле артистары башҡара. Бигерәк тә бер туған һеңлеһе, “Юлдаш йыры” конкурсы еңеүсеһе Зөлфиә Бирҙеғолова башҡарғандары күңелгә ятышлы. Нәзирә апайҙың моңло, һағышлы ижадының бар тәрәнлеген аса Зөлфиәнең тауышы. Бына ошондай тәбиғи һәләтле ижадсылар барҙа, нисек итеп моң даръяһы һайыҡһын ти! Нәзирә апай осрашыуҙа ҡатнашыусыларға ла шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Түҙмәнем, гәзит өсөн һорап алдым: бына ҡайҙа ул илһамлы шиғырҙар, тәбиғәт менән бәндәнең илаһи бөтөнлөгө, ябай ғына һүҙҙәр менән һүрәтләнгән күңел торошо! Рәхмәт һеҙгә, Нәзирә апай, ошондай яҡты һәм моңло ижадығыҙ өсөн! Әйткәндәй, быйыл уның китабы З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күрәсәк. Бергәләп Башҡортостан Яҙыусылар союзында осрашырға, исем туйын уҙғарырға яҙһын!
Сарала ошо төбәктең халыҡ артисы булып танылған, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Зиннәт Мәхмүтов ағай башҡорт халыҡ йыры “Абдрахман”ды башҡарҙы. Бына ҡайҙа ул ысын тәбиғи моң! Уны шунда уҡ видеоға төшөрөп, гәзитебеҙҙең сайтына ҡуйҙыҡ. Әллә күпме милләттәшебеҙ һоҡланыуын белдерҙе. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Зиннәт ағай театрҙың төп артисы ла икән. Режиссер Тәлғәт ағай Мөхәмәҙуллин уның тәбиғи сәхнә талантын баһалап, сығып баҫыу менән тамашасыны арбай, тине.
Сарала ҡатнашҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Маһира Байназарова, башҡорт әҙәбиәтенең бөгөнгө көсө – ҡатын-ҡыҙҙар ижадының ҡеүәтендә, тип шиғриәткә юғары баһа бирҙе. Ул мәктәп уҡыусыларын әҙәби геройҙар, китаптар өлгөһөндә тәрбиәләүен белдерҙе.
Әҙәби-мәҙәни осрашыуға, алда әйткәнебеҙсә, Ергән мәктәбенең VIII, IX класс уҡыусылары ла килгәйне. Улар беҙгә һорауҙарын бирҙе, бергәләп төбәк тарихы тураһында һөйләштек. Ауылға ингән ерҙәге стела хаҡында гәзит уҡыусыларға ла һөйләп үтергә теләйем.
Мәләүез районының Ергән ҡасабаһы янында Килмәк батыр иҫтәлегенә стела ҡуйылған. Килмәк Нөрөшев – халҡыбыҙ тарихының иң ҡанлы биттәренән һаналған 1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилал башлыҡтарының береһе. Тап ошо ерҙәрҙә 1736 йылдың 1 июлендә Килмәк Нөрөшев отрядтары Кирилловтың Ырымбур экспедицияһы менән ҡушылыу өсөн Өфөнән ебәрелгән драгундарҙың биш ротаһын туҡтата. Ләкин драгундарға өҫтәмә көс ебәрелгәндән һуң, ике фронтҡа һуғыша алмайынса, Килмәк отрядтары сигенергә мәжбүр була. Һуңынан ул ҡулға алына. Өфөгә, Миңзәләгә, Санкт-Петербургка ебәрелә һәм эҙһеҙ юғала. 1997 йылда Башҡорт йәштәре иттифағы активистары ошо данлы ла, ҡанлы ла йылдарҙың хәтирәһе итеп, алыш булған урынға стела-һәйкәл ҡуйған. Беҙ был хаҡта оноторға тейеш түгел. Былар барыһы ла – ошо ер тарихы. Ошонда йәшәгән барлыҡ халыҡтың тарихы!