Йәмғиәт
25 Февраля 2020, 18:00

Сейфты урлаған, тик уны аса алмаған...

...Кәйефе ҡырылған бур эсеп ала ла, өйгә инеп йоҡоға тала. Ә иртәнсаҡ уны полиция хеҙмәткәрҙәре уята.

Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та күренгән бындай хәлдәр кинола ғына булмай, тормошта ла күҙәтелә икән.
Учалыла бер әҙәм февраль баштарында кафеға йөк ташыусы булып эшкә урынлаша. Бер-нисә көн күҙәткәндән һуң, кафе хужаһының йыйылған аҡсаны сейфта һаҡлауына иғтибар итә... Һәм мәкерле план ҡора. Эшҡыуар йомошо буйынса ҡайҙалыр киткәс, мут хеҙмәткәр тимер сейфты ала ла такси саҡыртып ҡәйнәһенә йүнәлә. Әммә, ни тиклем аҙапланһа ла, сейф ныҡ булып сыға, аса алмай.
Кәйефе ҡырылған бур эсеп ала ла, өйгә инеп йоҡоға тала. Ә иртәнсаҡ уны полиция хеҙмәткәрҙәре уята. Тышы йәмшәйеп, һыҙырылып бөткән, әммә эсендәге әйберҙәре теүәл сейф хужаһына ҡайтарыла. Унда 54 мең һум аҡса һәм документтар һаҡланған була.
“Енәйәт ҡылыусы тиҙ асыҡланды, шунда уҡ шик 36 йәшлек хеҙмәткәргә төштө. РФ Енәйәт Кодексының 158-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынды”, - тип хәбәр итәләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығынан.
Читайте нас