Урам тулы иғландар – ҡайҙа ғына эленмәгән, айырыуса, туҡталыштарға күп йәбештерелгән. Автомобилдең артҡы тәҙрәһендә лә күренәләр. “Хәрби билет. Законлы” тигәне иғтибарымды йәлеп итте. Ҡыҙыҡһыныуым еңде, унда күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтыраттым. Баҡтиһәң, бушлай түгел икән. Малайың һалдат ҡайышы таҡмаһын тиһәң, кеҫәңдән байтаҡ аҡса сығарып һалырға кәрәк. Шундай яуап ишеттем. Бына һиңә, мә!
Әйткәндәй, Өфө ҡалаһында 55 йәшлек ир ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Ҡыҫҡаһы, армия хеҙмәтенән алып ҡалыу өсөн ул бер үҫмерҙән күпмелер аҡса һораған. Билдәле, бер ҡатлы егет был тәҡдимгә ныҡ ҡыуанған. Ҡасҡалаҡ сүп-сар контейнеры янында ҡулына төргәк тотторғанда полиция хеҙмәткәрҙәре шикле әҙәмдең үҙен ҡулға алған. Әлбиттә, аҡсаға туймаған был кеше ҡырын эште яңғыҙы башҡарырға уйламаған. Хәрби комиссариат белгесе менән табип та ришүәт сылбырында булған.