Йәмғиәт
26 Февраля 2020, 07:30

Малайҙы эҙләүҙе туҡтаттылар

Үҙе менән телефонын да алмаған булған, исмаһам.

Кисәге кис Шишмә халҡы өсөн бик борсоулы үтте. Социаль селтәрҙәрҙә, 11 йәшлек кенә малай юғалған, тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә таралды. Малай көндөҙ спорт комплексына бассейнға киткән еренән ҡайтмай. Үҙе менән телефонын да алмаған, етмәһә.

Баланы юғалтып, дуҫтарынан һораштыра башлағас, шул асыҡлана: ул бассейнда булмаған... Малайҙы эҙләүгә полиция хеҙмәткәрҙәре, "Лиза-Алерт" ирекмәндәр отряды, бар Шишмә халҡы ҡушылды. Төн булыуға ҡарамаҫтан, класташтарының ата-әсәһе ҡасабаны ҡыҙырып эҙләргә сыҡтылар. Социаль селтәрҙәр тынманы, яҙышып, хәбәрләшеп торҙолар. "Иҫән-һау ғына табылһын инде", - тип теләнеләр.
Һуңғараҡ малайҙың Ирек ауылы яғында китеп барғанлығы, М-5 трассаһында Силәбе яғына барыусылар ҙа шәйләгәнлеге асыҡлана.

"Балаларҙы эҙләү-Өфө" ирекмәндәр отряды хәбәр итеүенсә, бала уйламаған ерҙә табыла. Ул Яҡутов исемендәге паркта була. Төндә ҡурҡмай ҙур ҡалала бер үҙе ни хәл йөрөгәндер. Ярай әле, насар уйлы әҙәмдәргә юлыҡмаған, Хоҙай аралаған. Борсоуға һалған был ваҡиғаның аҙағы яҡшы тамамланыуы ҡыуандыра. Баланың был аҙымы күп ата-әсәне уйға һалыр, моғайын.

Фото: Горобзор.
Читайте нас