Янғынға ҡаршы даими иҫкәртеү эштәре алып барылыуға ҡарамаҫтан, республикала ут сығыу осраҡтары кәмемәй.
Кисә Нефтекама фажиғәһендә йәнә кеше ғүмере өҙөлгән. Ҡаланың биш ҡатлы күп фатирлы йортонда сыҡҡан янғынды һүндереүгә 3 берәмек техника, 6 хеҙмәткәр, башҡа ашығыс хеҙмәттәр йүнәлтелгән. Янғын һүндереүселәр ике бүлмәле фатирҙа ут сығыуын асыҡлай.
“Кеше ғүмеренә ҡурҡыныс янаған урындан 33 кеше, шул иҫәптән 7 бала эвакуацияланған. Зыян күреүсе 67 йәшлек ҡатын ҡала дауаханаһына йүнәлтелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул табибтар ҡулында йән биргән”, - тип хәбәр итәләр БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Янғында, шулай уҡ, йорт милке зыян күргән. Фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.