Йәмғиәт
27 Февраля 2020, 13:15

Иң мөһиме – изге ниәт һәм эште сифатлы башҡарыу

“Ихата. Парк. Сквер” күргәҙмәһен күргең килһә, "ВДНХ-Экспо"ға кил

“ВДНХ-Экспо” майҙансығында үткән Рәсәй сәнәғәт форумы нигеҙендә республика етештереүселәренең “Ихата. Парк. Сквер. 2020” төҙөкләндереү элементтары күргәҙмәһе эшләй башланы. Унда бәләкәй архитектур формалар, хәүефһеҙ япмалар, йәшелләндереү, яҡтыртыу ҡулайламалары, тротуар ташы һәм плитәһе етештерегән 29 компания ҡатнаша.
Күргәҙмәне төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡарап сыҡты. Ул экспозициялар, тәҡдим ителгән өлгөләр менән танышты, эшҡыуарҙар менән предприятиеларҙы артабан үҫтереү буйынса фекер алышты. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы күргәҙмәгә хакимиәт башлыҡтарының төҙөкләндереү мәсьәләләрен көйләгән урынбаҫарҙарын, архитекторҙарҙы, проектлаусыларҙы саҡырған.
– Нимә генә эшләһәк тә, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүҙе нисек кенә планлаштырһаҡ та, иң мөһим нәмә – изге ниәт һәм эште сифатлы башҡарыу. Бөтә проекттарҙы оҫта дизайнсылар һәм архитекторҙар төҙөй, уларҙы тормошҡа ашырғанда сифатлы материалдар ғына ҡулланылырға тейеш. Бөгөн үҙҙәренең продукцияһы менән таныштырған урындағы етештереүселәр уңышлы үҫешен иҫбатланы, шуға күрә уларға өҫтөнлөк бирелер, тип уйлайым, – тине Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.
Сара барышында “Башҡортостан ихаталары” программаһын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу маҡсатында “Республика төҙөкләндереү элементтары етештереүселәр менән таныштырыу” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Күргәҙмә иртәгә тамамлана.
Фото: house.bashkortostan.ru
Читайте нас