Күптән түгел билдәле блогер Рөстәм Нәбиев, үҙен тәрбиәләп үҫтергән апаһын ауылдан Өфөгә алып килгән. Һәм туғанын аптырашҡа ҡалдырып... сюрприз эшләгән. Ниндәй сюрприз тип уйлайһығыҙмы? Рөстәм әсәһе урынына ҡалған яҡын кешеһен баш ҡаланың матурлыҡ салонына алып барған.
Популяр блогер был турала инстаграмда хәбәр итә. “Беҙгә апайыбыҙ ҡунаҡҡа килде, беҙҙе үҫтергән яҡыным. Мин уның өсөн ҙур булмаған “перезагрузка” яһаным әле. Апайым ғүмерендә тәүге тапҡыр матурлыҡ салонында булды. Әлбиттә, уны салонға көсләп алып барырға тура килде. Бик теләмәгән ине. “Был нимәгә кәрәк? Мин бит ауылда йәшәйем!”, - тине ул. Ә мин уға: “Ҡайҙа йәшәһәң дә үҙеңде һәр ваҡыт ҡатын-ҡыҙ итеп хис итергә тейешһең!” - тип яуапланым".
Блогерҙың инстаграмдағы меңләгән уҡыусылары Рөстәмгә ҡарата һоҡланыу, ғорурланыу хистәре белдереп яҙған. Уның яратҡан апаһына һаман булһа рәхмәтле булыуына һөйөнөп, "Рөстәм, ысынлап та, маҡтауға лайыҡ" тип өҫтәгәндәр.